Рок: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Рок''' ({{lang-en|Rock}}) — заманса музыка стиле. Рок-музыка электр музыка ҡоралдарында (электр [[гитара]]ларҙа, синтезаторҙа) уйнала. Рок XX быуаттың уртаhында барлыҡҡа килә. Рок һүҙе (инглиз телендә «һелкенеү», «тирбәлеү», «бәүелеү») был осраҡта roll, twist, swing, shake кеүек ритмик хистәргә бәйле музыкаль йүнәлеште аңлата. Электромузыка инструменттарын ҡуллыныу, ижадта үҙ әҫәрҙәреңде ҡуллыныу кеүек билдәләре икенсел булып тора һәм яңылышлыҡҡа килтерә. Роктың ҡайһы бер музыка стилдәре бәхәсле.
 
Хиппи, панк, металлистың, гот, эмо, индирокер, ска кеүек субкультура күренештәре рок-музыка менән ныҡлы бәйләнгән.
 
Рок-музыканың йүнәлештәре бик күп: "еңел" бейеү рон-н-роллынан (рок-н-ролл да рок йүнәлеше), поп-рок, брит-поп, бруталь һәм агрессив жанрҙар - дэт-метал һәм грайндкорға тиклем. Йырҙарҙың еңел һәм ирекле йөкмәткеленән алып, тирән ҡәтғи фәлсәфәи йөкмәткегә тиклем үҙгәрә. Рок музыканы йыш ҡына "поп музкаға" йәғни "попса" ҡаршы ҡуялар.
 
"Музыкаль экспрессия" тураһында айырым әйтергә була. Рок музыка башҡа жанрҙар менән сағыштырғанда көслө тауыш ҡуллана (төрлө сығанаҡтар буйынса 110 — 155 дБ). Был рок музыканың үҙенсәлеге, хатта ҙур симфоник оркестрҙың тауышыла 85 дБ менән сикләнә һәм һирәк осраҡта 115 дБ-ға етә.
Электоакустик тауыш ҡулланған музыкаль йүнәлештәр генә "конкуренция" була ала{{sfn|Феофанов|1978|с=66—67}}{{sfn|Зельдин|1977|с=51}}{{sfn|Риман|2008|с=7}}{{sfn|Платонов|1987|с=30}}.
Рок-музыка [[блюз]]дан башланған. Рок-н-рол һәм рокбилл иң беренсе жанрҙар булып тора. Рок-музыка баштараҡ, фолк, кантри, скиффл, мюзик-холл кеүек фольлор һәм эстрада музыкаһы менән тығыҙ бәйләнештә була. Рок-музыка барлыҡҡа килгәс уны төрлө музыка жанрҙары менән бәйләргә тырышып ҡарайҙар. 60 йылдар аҙағында академик музыка менән ҡушылған симфо-метал, 60 йылдар башында джаз-рок барлыҡҡа килә, 60 йылдар аҙағында латин музыкаһы менән берлектә латин-рок, һинд музкаһы менә берлектә кага-рок барлыҡҡа килә.
 
60-70 йылдарҙа рок-музыканың барлыҡ иң билдәле жанрҙары барлыҡҡа килә. Өҫтә телгә алынғандарынан башҡа хард-рок, панк-рок, рок-авангард кеүек йүнәлештәр. 70 йылдар аҙағанда 80 йылдар башында постпанк, яңы тулҡын, альтернатив рок, хардрок, дэт-метал кеүек яңы жанрҙар барлыҡҡа килә.
90 йылдарҙа иһә гранж, брит-поп, альтернатив метал кеүек жанрҙар билдәлелек яулай.
 
[[АҠШ]], [[Көнбайыш Европа]] (айырыуса [[Бөйөк Британия]]) — рок музыканың үҙәктәре булып тора. Текстар башта инглиз телендә була, һуңғараҡ башҡа телдәрҙә лә рок башҡарыла. Рус рогы [[СССР]]-ҙа 60—70 йылдарҙа барлыҡҡа килә һәм 90-сы йылдарға тиклем үҫешә.
 
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
{{Music-stub}}
[[Категория:Музыка]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рок» битенән алынған