Әйт-Бен-Хадду: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл:
{{Ук}}
'''Әйт-Бен-Хадду''' ([[Бербер телдәре|берберский]]: Ath Benhadu, {{Lang-ar|<big>آيت بن حدّو</big>}}) — көньяҡ Мароккола ксар (нығытылған ҡала) , Варзазаттан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай в 29 саҡрым алыҫлыҡта ята. [[1987 йыл]]дан Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы булараҡ [[ЮНЕСКО]] яҡлауы аҫтында тора. Әйт-Бен-Хадду Варзазат йылғаһының һул ярында уба битләүендә урынлашҡан. Йылға үҙәне сүл буйлап үтә; йылға Атлас тауҙарының көньяҡ битләүҙәрендә башлана һәм артабан Сахара ҡомдарында юғала. Уның буйында Марракештан Загора аша Томбуктуға каруан юлы үтә. Ксар яҡынса XI быуатта каруан юлын һаҡлау өсөн барлыҡҡа килә<ref>[http://www.travelswithsheila.com/the_kasbah_of_ait_ben_haddou_a_1.html The Kasbah of Ait Ben Haddou (Ait Benhaddou), Morocco]</ref>. Транссахара сауҙаһының әһәмиәтен кәмегәндән һуң тарҡылыш кисерә башлай, халыҡ әкренләп йылғаның ҡаршы яҡ яры буйына күсеп ултыра. [[1990 йыл]]дарға ксар хараба хәлендә була, унда бөтәһе ун ғаилә генә йәшәй. Һуңғы йылдарҙа реставрация эштәре алып барыла, ксарҙы туристик үҙәккә әйләндереү һәм унда сәнғәт галереяһы урынлаштырыу күҙаллана.
 
Әйт-Бен-Худда Сахара алды өлкәһендә, Бейек Атластан көньяҡтараҡ традицион мароккко балсыҡ ҡатыш архитектураһының миҫалы булып тора. Ксарҙың барлыҡ торлаҡтары ҡыҙыл-һоро балсыҡтан төҙөлгән. Яҫы ҡыйыҡлы йорттар уба битләүендә террасалар булып урынлашҡан, урамдар горизонталь бара һәм аркалар һәм тар урамдар менән тоташа. Ксарҙа дүрт инеү урыны бар, уларҙың икеһе бушлай, икеһе түләүле. Бушлай инеү урындары стенала ҡапҡа аша алып бара, шул уҡ ваҡытта түләүле үтеп йөрөү урыны торлаҡ аша үтә һәм ике ғаиләгә ҡарай; бер инеү урынында музей урынлашҡан.
 
== Кинола ==
Ксар ниндәйҙер кимәлдә көнсығыш сюжеттарын ҡулланған кинофильмдар төшөрөү өсөн иң популяр урындарҙың урыны булған һәм булып ҡала. Бында төшөрөлгән фильмдар:
 
* ''Лоуренс Аравийский'' (1962)