Афифе Жале: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл:
 
== Карьера ==
Әфифә Истанбул сәнәғәт мәктәбен тамамлай, актриса булырға хыяллана. Ул осорҙа [[Ғосман империяһы]]нда мосолман төрөк- ҡатын ҡыҙҙары сәхнәлә уйнай алмаған. Актрисалар грек, әрмән <nowiki/>, йәки йәһүд ҡатын-ҡыҙҙары булған <ref name="h1" />.
 
Әфифәнең атаһы ҡыҙының актриса булыу теләгенә ҡаршы була. Шуға ҡарамаҫтан, Әфифә Дарюльбедаи консерваторияһында стажер булып эшкә урынлаша ({{Lang-tr|Darülbedayi}})<ref name="h1" />. Консерваторияла был ваҡытта мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн актерлыҡ курстары асыла. Улар тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уйнарға тейеш була<ref name="ikm">{{cite web|url=http://www.istanbulkadinmuzesi.org/afife-jale|title=Afife Jale|publisher=İstanbul Kadın Müzesi|accessdate=2013-05-21|lang=tr}}</ref>.
 
1920 йылда Әфифә тәүге тапҡыр ''Yamalar'' спектаклендә (Хүсәйн Суат) Эмель ролендә сығыш яһай. Был ваҡытта ошо ролде уйнаған Элиза Бинемеджиян сит илгә китә һәм «Эмель» ролендә уйнарға актриса булмай. Әфифә "«Жале"» тигән сәхнә исеме ала. "Аполлон театры"нда (Ҡадыкөй ҡалаһы) уйнай башлаған Афифе Жале Төркиәләге тәүге мосолман театр актрисаһы була. Театр етәкселеген ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары сикле булыуы тураһында иҫкәртәләр һәм 1921 йылда Әфифәне эшенән бушаталар<ref name="h1" /><ref name="ikm" /><ref name="h2">{{Cite news|title=Afife dans ediyor|url=http://arama.hurriyet.com.tr/arsivnews.aspx?id=-52506|date=1998-12-12|accessdate=2013-05-21|language=Turkish|newspaper=[[Hürriyet]]}}</ref>. Һуңыраҡ ул башҡа театрҙарҙа башҡа исемдәр аҫтында сығыш яһай башлай<ref name="ikm" />.
 
1923 йылда [[Ататөрк]]- Төрөк Республикаһына нигеҙ һалған дәүләт эшмәкәре, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында мәсьәләне күтәреп сыға. Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын сикләгән күп закондар ғәмәлдән сыҡҡас, Әфифәне театрға кире алалар. Ләкин был ваҡытҡа ауыр хәлдән нисек сығырға белмәгән Әфифә насар эҙемтәләр биреүсе дарыуҙар менән мауыға башлаған була<ref name="h1" />.
 
== Ғаиләһе ==
1928 йылда ул музыкант Селахаттин Пынар менән таныша(1902—1960). Улар 1929 йылда өйләнешә, ләкин Әфифәнең насар ғәҙәтенән арына алмауы арҡаһында ғаилә тарҡала- 1935 йылда улар айырылыша<ref name="h2" />.
 
Ире менән айырылышҡас, Әфифә Баҡыркөй психиатрия дауаханаһына эләгә һәм һуңғы йылдарын шунда үткәрә. Афифе Жале 1941 йылдың 24 июлендә вафат була<ref name="h2" />.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Афифе_Жале» битенән алынған