Салауат районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Visem (фекер алышыу | өлөш)
78 юл:
; Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: [[башҡорттар]] — 66,6 %, [[татарҙар]] — 22,4 %, [[урыҫтар]] — 10 %, башҡа — 1 %<ref name="ВПН-2010">{{cite web|url=http://www.bashstat.ru/perepis2010/pub_work/Итоги%20Всероссийской%20переписи%20населения%202010%20года%20по%20Республике%20Башкортостан.pdf|title=Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан|format=pdf|publisher=Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан|accessdate=2013-03-05|archiveurl=http://www.webcitation.org/6EzC0FMGq|archivedate=2013-03-09}}</ref>.
 
== Район исеме һаҡланып ҡалыуы ==
1950-се йылдар уртаһында Салауат Юлаев был районда түгел, ә Нуриман районының Тәкәй ауылында тыуған тигән фараздар ишетелә башлай. Бәхәстәр ҡуйыра башлағас, мәсьәләне КПСС Өлкә Комитетында ҡарарға хәл итәләр. Был ултырышҡа ул саҡта Салауат районы КПСС район комитетының беренсе секретары булып эшләгән [[Абдрахманов Барый Абдрахман улы|Барый Абдрахман улы Абдрахманов]] Салауаттың биографияһын да, төбәк тарихын да яҡшы белгән, восстание үткән ерҙәрҙең картаһын төшөргән ифрат мәғлүмәтле Хәйрулла Дилмөхәмәт улы Ҡолмөхәмәтов менән бара. Нуримандан иһә алтмыштан ашыу кеше килгән була.
 
Башта тарих буйынса фән докторҙары, кандидаттар телмәр тота, Нуриман районы вәкилдәре һөйләй. Улар Салауат Юлаев Нуриман районында тыуған тип иҫбатлай. Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов иһә, әҙерләгән карталарын элеп ҡуйып, сәғәт ярымдан ашыу һөйләй. Һүҙен туҡтатҡас та әле нуримандар һорауҙар бирә торғас, йәнә бер сәғәт ваҡыт үтеп китә. Сығыш инандырырлыҡ була. Өлкә Комитет башҡаса бындай бәхәстәр ҡуҙғатмаҫҡа тигән ҡарар сығара. Шул рәүешле башҡорт ҡаһарманының тыуған ауылы тулыһынса иҫбатлана һәм райондың исеме һаҡланып ҡала <ref>Ғәбделхаҡ Ғәйнуллин. Салауат тоҡомдары. - "Башҡортостан", 2004, 6 май.</ref>
 
== Иҡтисад ==