Амазонка: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
66 юл:
Яҫы башлы йәйен һәм харак кеүек балыҡтар йылға өҫтөндә ишетелерлек тауыштар сығара. Харак Амазонканың төп промысл балығы булып тора. Амазонкала «йырлай» тоҡан балыҡтарҙың күплеге һәм төрлөлөгө йылғаның избәс һәм төрлө серемтәләр менән болғансыҡ һыйлы булыуы менән аңлатыла. Бындай шарттарҙа балыҡтарға күреп аралашыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә улар тауыш ярҙамында аралаша<ref>Морозов В. П. ''Занимательная биоакустика''. Изд. 2-е, доп., перераб. — М.: Знание, 1987. — 208 с. + 32 с. вкл. — С. 26-30</ref>.
 
== Экологик проблемалар ==
Амазонка [[сельва]]һы — башҡаса тиңе булмаған экосистема. Был экосистемаға ағастарҙы күпләп киҫеү хәүефе янай. Йылға тамағы менән Манус йылғаһы араһындағы урындар бушап ҡалды. ХХ быуаттың 70-се йылдарында шаҡтй ғына урман булған урындар көтөүлектәргә әүрелдерелде. Был тупраҡтыҡ эрозияһына килтерә. Был биләмәләрҙә ҡырағай джунгли хәҙерге көндә юҡ. Киҫелгән йәки яндырылған урманды яңынан тергеҙергә тырышһалар ҙа, был урмандарҙа тереклектең күплелегенең бер өлөшө генә бар.
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Амазонка» битенән алынған