Амазонка: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
63 юл:
 
Амазонка һәм уның ҡушылдыҡтары балыҡтарҙың төрлөлөгөнә ғәжәйеп бар, балыҡтарҙың 2 меңдән ашыу төрө йәшәй. Бында гуппи, меченосецлар, скаляриялар һәм бронялар кеүек популяр аквариум балыҡтары тереклек итә. Бары тик бында ғына тамбак балыҡтары (Colossoma macropomum) бар, улар һыуға төшкән емеш орлоҡтары һәм ағас емештәре менән туҡлана. Ике төрлө һулыш алыға һәләтле хайуандарҙың иң һуңға төрҙәренең береһе [[пропротоптер]]тар ҙа осрай. Шулай уҡ оҙонлоғо бер метрға еткән, һыуҙан һикереп сығып һыу өҫтөндә эленеп торған бөжәктәрҙе йойтоусы [[аравана]]лар тереклек итә. Пираньялар — Амазонканың иң билдәле тереклек эйәләре булып тора.13 - 40 см оҙонлоғондағы балыҡтар йыртҡыс тормош алып баралар һәм ғәйәт {{comment|ҡомағайҙар|прожорливый}}. Йылғаны кисеүсе эре хайуандарға (йыландарға һәм имеҙеүселәргә) ла һөжүм итәләр. Пираньялар кешеләр өсөн дә хәүефле. Ҡан еҫен һиҙеп ҡалған балыҡтар төркөмө менән һөжүм итеп ҡорбандың ит кәҫәктәрен йоталар һәм ҡорбандың һөйәктәрн генә ҡалдыралар.
 
Яҫы башлы йәйен һәм харак кеүек балыҡтар йылға өҫтөндә ишетелерлек тауыштар сығара. Харак Амазонканың төп промысл балығы булып тора. Амазонкала «йырлай» тоҡан балыҡтарҙың күплеге һәм төрлөлөгө йылғаның избәс һәм төрлө серемтәләр менән болғансыҡ һыйлы булыуы менән аңлатыла. Бындай шарттарҙа балыҡтарға күреп аралашыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә улар тауыш ярҙамында аралаша<ref>Морозов В. П. ''Занимательная биоакустика''. Изд. 2-е, доп., перераб. — М.: Знание, 1987. — 208 с. + 32 с. вкл. — С. 26-30</ref>.
 
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Амазонка» битенән алынған