Лао-цзы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
34 юл:
== Биографияһы ==
{{Китайский текст}}
 
[[Рәсем:Lao-Zi-ierogl.PNG|мини|Лао-цзы]]
[[Рәсем:Laozi.jpg|left|300px|мини|Лао-цзы һыу һыйыры менеп Ҡытайҙан сығып китә]]
 
Лао-цзының иң билдәле биография варианты Ҡытай тарихсыһы [[Сыма Цянь|Сыма Цянь]] тарафынан уның «Тарихи хикәйәт» тигән хеҙмәтендә тасуирлана. Уның һүҙҙәре буйынса, Лао-цзы [[Ҡытай|Ҡытайҙың]] көньяғында [[:ru:Чу (царство)|Чу батшалығы]] Ли улусы [[:ru:Луи (уезд)|Ху өйәҙе]] Цюйжэнь ауылында тыуған. Тормош юлының ҙур өлөшөн [[Чжоу (династия)|Чжоу династияһы]] осоронда император архивы һаҡсыһы хеҙмәт һәм дәүләт китапханаһында [[Китапханасы|китапханасы]] хеҙмәтенә бағышлай, был уның бик белемле, мәғлүмәтле булыуы тураһында һөйләй.
 
Лао-цзы йәшәгән осорҙа ҡол биләүселек феодаль ҡоролош менән алмашына. Лао-цзы элекке "ҡағиҙәләр нигеҙендә идара итеү тәртибе" принциптарҙы сирҡанып кире ҡағып, "тәртип ҡағиҙәләре - улар тоғролоҡ һәм ышанысты ҡаҡшата, ғауға килеп сығыуға килтерә", тигән. Шул уҡ ваҡытта ул феодалдарҙың "закон нигеҙендә идара итеү" принциптары менән дә ҡәнәғәт түгел: "Ҡанундар һәм бойороҡтар артҡан һайын, бурҙар һәм юлбаҫарҙар һаны ла үҫә". Шулай уҡ ул "аҡыл эйәләренә табыныуҙы" өнәмәй , айырым батшалыҡ хакимдары араһында алып барылған яулап алыу һуғыштарына ҡаршы сыға.<ref>[http://nitshe.ru/biography-zhizn-idei-filosofiya-3.html ЛАО ЦЗЫ: биография жизнь идеи философия: ЛАО-ЦЗЫ (ЛИ ЭР)]</ref>.
 
Дөйөм алғанда, иҫкенән сирҡанып баш тарта, әммә шул уҡ ваҡытта яңыны ла ҡабул итә алмай, өҫтәүенә, бынан сығыу юлдарын да таба алмай булып сыға. Шуның менән бәйле, "Чжоу династияһының көсһөҙләнә барыуын күреп", Лао-цзы хеҙмәттән китә һәм бәхетлерәк тормош эҙләп, үҙе өсөн генә йәшәү юлдарын эҙләй башлай. Хеҙмәт иткән ваҡытында алаған һабаҡтарҙы дөйөмләштереп, Лао-цзы, "идара итеү ауырлығы" "белем" һәм "теләк" ҡаршылығында тип иҫәпләй. Ул былай ти: "Белем ярҙамында илгә идаралыҡ итеү - ил өсөн бәхетһеҙлек, ә белемгә таянмай идара итеү - ил бәхете", ул ғәмәл ҡылмай ғына идара итеү фекерен тағырға тырыша. Бөтә бәхәс тыуҙыра торған нәмәләрҙән баш тартырға кәрәк тип һанай. Лао-цзы: "ғәмәл ҡылмаған осраҡта идара итеп булмаған бер ни ҙә ҡалмай", - тип һанаған <ref>[http://nitshe.ru/biography-zhizn-idei-filosofiya-3.html ЛАО ЦЗЫ: биография жизнь идеи философия: ЛАО-ЦЗЫ (ЛИ ЭР)]</ref>.
 
Беҙҙең эраға тиклем 517 йылда уның [[Конфуций|Конфуций]] менән данлыҡлы осрашыуы була. Лао-цзы уға шул саҡта былай тигән: — «Дуҫҡайым, үҙеңдең тәкәбберлегеңде һәм төрлө мифик пландарыңды ташла: был шәхсән һинең өсөн бер ниндәй әһәмиәткә эйә түгел. Башҡа минең һиңә әйтер һүҙем юҡ!». Конфуций уның янынан китеп, үҙенең уҡыусыларына янына килә лә: — «Мин ҡош нисек осҡанын, балыҡ нисек йөҙгәнен, кейектең нисек сапҡанын беләм... Әммә аждаһаның елдә һәм болот араһында нисек талпынғанын, күккә нисек ҡалҡынғанын белә алмайым... Әле мин Лао-Цзыны күрҙем һәм ул аждаһаға оҡшаған тигән уйға килдем».
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Лао-цзы» битенән алынған