Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Ижады: яңы мәғлүмәт
42 юл:
Гөлнур Яҡупова уҡыусыларҙың ҙур һөйөүен яулаған мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы, хис һәм аҡыл эйәһе. Уның был тормошсан, халыҡсан трилогияһы ҡуйы һутлы, матур, шуға күрә уны Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтәге төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, күрше Татарстан халҡы ла уҡыған һайын йышыраҡ уҡыйҙар, яҙыусыны был трилогияның дауамын яҙыуҙы һорайҙар. Һуңғы өс йыл эсендә яҙыусының "Ҡыҙыл китап аманаты" китабы рус телендә "Заветы Красной книги" тигән исемдә, ә трилогияһының беренсе томы "Ҡыҙ бала" "Бельские просторы" журналында "Девчоночка" исемендә тәржемә ителеп сыҡты. Хәҙерге көндә Республикабыҙҙың төрлө гәзиттәрендә шағир үҙенең шиғырҙарын яҙып сыға, ижадының тағы ла бер төрөнөң йүнәлеше булған тәржемәселекте лә онотмай.
 
«Ҡатындар» трилогияһы [[Китап (нәшриәт)|Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте]] тарафынан 2016 йыл өсөн [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]]на тәҡдим ителде. [[Башҡортостан Республикаһы Башлығы]] ҡарамағындағы [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы|Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия]] конкурста ҡатнашыуға алты дәғәүәсе менән бер рәттән Гөлнур Яҡупованы ла индерҙе<ref>[http://ufatime.ru/news/2016/07/25/komissiya-utverdila-spisok-nominantov-na-premiyu-salavata-yulaeva/ «UfaTime.ru» сайты, 25.07.2016. Комиссия утвердила список номинантов на премию Салавата Юлаева]{{ref-ru}}{{V|11|08|2016}}</ref>.
 
Кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән әкиәттәр, хикәйәләр, шиғыр һәм йомаҡтар тупланып, «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Тылсымлы ҡәләм» йыйынтығы өсөн 2020 йылдың ғинуарында Гөлнур Яҡупова Башҡортостан Республикаһының [[Һәҙиә Дәүләтшина]] исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды<ref>[http://www.bashinform.ru/news/1398469-gosudarstvennaya-premiya-imeni-khadii-davletshinoy-prisuzhdena-pisatelyu-gulnur-yakupovoy/ Государственная премия имени Хадии Давлетшиной присуждена писателю Гульнур Якуповой. ИА «Башинформ», 3 января 2020 года]{{ref-ru}}{{V|3|01|2020}}</ref>.
 
== Йәмәғәт эштәре ==
Әҙәби ижад менән бер рәттән яҙыусы төрлө йәмәғәт эштәрен дә атҡара. Яҙыусылар берлегенең идара ағзаһы, проза секцияһы сәркәтибе. Бына 15 йыл инде Гөлнур Яҡупова тыуған Ғафури районы мәктәптәренең әҙәби ижад менән мауыҡҡан балалары араһында «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеһе уҙғара, һөнәр серҙәре менән уртаҡлаша, нәфис әҙәбиәткә ылыҡтыра.