Амазонка: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
61 юл:
 
Йылғаға яҡын урындарҙа донъялағы иң ҙур кимереүсе, тән аурлығы 50 кг самаһы булған, [[диңгеҙ сусҡалары]]н хәтерләткән [[капибар]]ҙы осратырға мөмкин. Һыу эсергә килгән хайуандарҙы яр буйында иң ҙур йыландар [[анаконда]]лар һағалап тора. Был [[йыландар]] һыуҙа ла, ерҙә лә хайуандарҙы аулауҙар, хатта кайманда ла быуып үлтерәләр. Амазонканың бай хайуандар донъяһын сөсө һыу дельфиндары [[инея]] һәм [[нутрия]] ла байытып тора. Европала был йәнлекта мамыҡ фермаларында үрсетәләр. Амазонка ярһары буйында ауырлығы 200 кг-ға еткән иҫ киткес йөҙөүсе [[тапира]]на осратырға мөмкин. Йыш ҡына ул самкалылыр менән яр буйында йөрөй, япраҡтар, ағас ботаҡтары, емештәр һәм һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Джунглиҙа иң ҡурҡыныс йәнлектәрҙең береһе, бесәйҙәр ғаиләһе вәкиле, һыуға сумарға ла һәләтле — [[ягуар]]. Гуарани ҡәбиләһе индеецтары уны "d’iaguar" тип атай.
 
Амазонка һәм уның ҡушылдыҡтары балыҡтарҙың төрлөлөгөнә ғәжәйеп бар, балыҡтарҙың 2 меңдән ашыу төрө йәшәй. Бында гуппи, меченосецлар, скаляриялар һәм бронялар кеүек популяр аквариум балыҡтары тереклек итә. Бары тик бында ғына тамбак балыҡтары (Colossoma macropomum) бар, улар һыуға төшкән емеш орлоҡтары һәм ағас емештәре менән туҡлана. Ике төрлө һулыш алыға һәләтле хайуандарҙың иң һуңға төрҙәренең береһе [[пропротоптер]]тар ҙа осрай. Шулай уҡ оҙонлоғо бер метрға еткән, һыуҙан һикереп сығып һыу өҫтөндә эленеп торған бөжәктәрҙе йойтоусы [[аравана]]лар тереклек итә. Пираньялар — Амазонканың иң билдәле тереклек эйәләре булып тора.13 - 40 см оҙонлоғондағы балыҡтар йыртҡыс тормош алып баралар һәм ғәйәт {{comment|ҡомағайҙар|прожорливый}}. Йылғаны кисеүсе эре хайуандарға (йыландарға һәм имеҙеүселәргә) ла һөжүм итәләр. Пираньялар кешеләр өсөн дә хәүефле. Ҡан еҫен һиҙеп ҡалған балыҡтар төркөмө менән һөжүм итеп ҡорбандың ит кәҫәктәрен йоталар һәм ҡорбандың һөйәктәрн генә ҡалдыралар.
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Амазонка» битенән алынған