Ҡарагүз (театр) — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Нет описания правки
Нет описания правки
'''Ҡарагүз''' ({{lang-tr|Karagöz}}, — ҡара күҙ), 1) төрөк күләгә театры персонажы, халыҡ юморы, халыҡтың аҡылын күрһәтә . 2) [[Төркиә]] күләгә театры, шул уҡ исемдәге персонаж исеменән алынған атама . XVI быуатта барлыҡҡа килгән. Был театрҙа Ҡарагүз, уның партнёры Хадживат, ҡала кешеләре, Анатолия крәҫтиәндәре, хәйләкәр [[дәрүиш]] һәм башҡалар бар. Ҡайһы ваҡыттар театр тамашалары халыҡтың хөкүмәт һәм илдәге тәртиптәр менән ризаһыҙлығын да күрһәтә.
 
== «Ҡарагүз» театрының килеп сығышы ==
 
Был театрҙың килеп сығышы тураһында төрлө фекер йөрөй. Был театр боронғо Грецияла йәшәп килгән театрҙың Төрөк дәүләтендә һаҡланып ҡалған дауамы тигән фекер бар. Икенселәр иһә, [[Төркиә]]гә күләгәләр театры [[Мысыр]]ҙан килгән ти, һуңыраҡ унда төрөк донъяһы һыҙаттары барлыҡҡа килгән тигән фекерҙә. «Ҡарагүз» театры 17 быуатта формалаша.
[[Мосолман]] руханиҙары тетар тамашаларын өнәмәй, тик күләгәләр театры йәшәүен дауам итә.Күләгәләр театры халыҡ араһында яратҡан тамаша була, уны хатта [[солтан]] һарайына йыш саҡырып алалар.
 
== Персонаждар һәм сәхнәләге ваҡиғалар ==
Төп герой— ҡара күҙле хәйләкәр һәм шуҡ кеше, [[Петрушка]] йәки Полишинелгә оҡшаш халыҡ геройы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ныҡ яратыуы арҡаһында ул бер туҡтауһыҙ ҡыҙыҡ һәм ҡурҡыныс хәлдәргә тарый. «Ҡарагүз — гонаһһыҙлыҡ ҡорбаны» пьесаһы иң ҡыҙыҡ тамаша тип иҫәпләнәДуҫы уға үҙе юҡта ҡатынын һаҡларға ҡушып ҡалдыра, ә тегеһе Ҡарагүздең үҙен аҙҙырырға теләй.
 
Тамаша башында [[кларнет]] тауышы яңғырай, шунан һуң Ҡарагүздең дуҫы Хадживат һағышлы йыр йырлап килеп сыға. [[Пьеса]] ябай булһа ла, шул осорҙа йәшәгән халыҡ өсөн ул бик күңелле була. Ҡарагүздең күҙе Хадживаттың ҡатынына төшә, ә Хадживат уға һәр саҡ ҡамасаулай.
 
Тамашала ҡатнашҡан ҡурсаҡтар (фигуралар) [[буйвол]] йәки [[дөйә]] тиреһенән эшләнә.Уларҙы төрлө төҫтәргә буяйҙар.
 
== Әҙәбиәт ==
13 691

үҙгәртеү