Октай Рифат: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
'''Октай Рифат''' (Oktay Rifat) (тулы исеме— Октай Рифат Хорозджу) (1914—1988) — [[төрөк]] шағиры һәм драматургы. Яңы төрөк шиғриәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. [[Трабзон]] ҡалаһында тыуған. 1936 йылда Анкарала лицей тамамлағандан һуң, Анкара униерситетында хоҡуҡ факультетында, шунан [[Франция]]ла [[Париж]] университетында сәйәси белем факультетында уҡый. Тыуған иленә ҡайтҡас, матбуғат департамантында эшләй. Октай Рифат — бер нисә пьеса авторы. Шулай уҡ күп кенә Европа шағирҙары әҫәрҙәрен төрөк теленә тәржемә иткән.
 
[[1941]] йылда Орхан Вәли Ҡаныҡ һәм [[Андай Мәлих Жәүдәт|Мәлих Жәүдәт Андай]] менән бергә «Өс таған» әҙәби төркөм булдыра. Рифат Октайҙың шиғриәтенең төп геройы- уның замандашы. Был осорҙа яҙылған әҫәрҙәрендә ул йәмғиәттә булған етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләй (" Тормош, мөхәббәтһәм берәҙәклек тураһында шиғырҙар " (1945), «Матурлыҡҡа мәҙхиә» (1945), «Түбән ‒ юғары» (1952), «Ҡарға һәм төлкө» (1954)). Һуңыраҡ Октай "Өс таған"дың әҙәби платформаһынан ситләшә, «Икенсе яңы» тип аталған модернист-шағирҙар төркөмөндә билдәле шағир булып таныла. Был төркөм шиғриәте ысынбарлыҡ һәм социаль йүнәлештән баш тартып, формаль тәжрибә юлын һайлай.1950-1960 йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында ул ҡала тормошон, уның социаль ҡапма-ҡаршылыҡтарын күрһәтә.
<ref name="Рифат Октай">[https://dic.academic.ru/dic.nsf/bse/127702/%D0%A0%D0%B8%D1%84%D0%B0%D1%82 Рифат Октай]</ref>
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Октай_Рифат» битенән алынған