Амазонка: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
47 юл:
 
Бразилия университеты ғалимдары йылғаның йәше 9 млн йыл тип билдәләй.
 
== Флора һәм фауна ==
Амазония фауна һәм флораның байлығы менә гәжәпләндерә. Ғәйәт ҙур киңлектә үҫемлек һәм хайуандарҙың миллиондан артыҡ төрө йәшәй, һәм был урында һис тә арттырыуһыҙ, донъяның генетик фонды тип атарға мөмкин. Ғалимдар раҫлауынса, 10 км² тропик урманына [[Сәскәле үҫемлектәр|сәскәләрҙең]] 1,5 төрө, [[ағас]]тарҙың 750 төрө, [[Һөтимәрҙәр|имеҙеүселәрҙең]] 125 төрө, 400 төр [[ҡоштар|ҡош]] һәм бихисап [[умыртҡаһыҙҙар|умыртҡаһыҙ]] хайуандар тура килә. Уларҙың күп төрө тасүирланмаған да һә идентификицияға инмәгән.
 
Амазонка бассейнында доньялағы иң ҙур дымлы тропик урман да йәйелеп ята. Был иҫкиткес тәбиғәтте 1799—1804 йылдарҙа Александр фон Гумбольдт Көньяҡ Америка буйлар сәйәхәт иткәндә яҙып ҡалдыра, ул был урманды гилееен (грекса «гилестон» - урман) дип атап тасуирлаған. Мәңге йәшел экваториаль урман климаты эҫе һәм дымлы; температура йыл буйынса 25-28 °C сиктәрендә тирбәлә, хатта төндә дә 20 °C тан түбән төшмәй. Яуым-төшөм иҫкитсес мул: йыллыҡ суммуһы 2000-4000 мм тәшкил итә, ҡайһы ваҡыт унан да артыҡ була. Урман эсе елһеҙ, тик ағас баштары ғына һелкенә. Ҡуйы япраҡтар һәм лианалар яҡтылыҡты үткәрмәй тийәрлек. Ҡотороп үҫкән үҫемлектәр хәрәкәтте ҡыйынлаштыра һәм ориентацияны бөтөнләй юғалта. Әҙ генә хәрәкәт итеү өсөн дә юлды ярырға кәрәк.
 
Оҙонлоғо йөҙәр метрға еткән тиҙ үҫә торған лианалар был урмандарға хас. Был үҫемлектәр ағас олонон һәм ботаҡтарын уратып алалар, өҫкә үрмәләп кәрәкле яҡтылыҡта табалар. Шунда уҡ тармаҡланып сәскә аталар һәм емеш бирәләр. Ағастарға үрмәләп үҫергә төрлө яймаҡтар (мыйыҡсалар, сәснскеләр, тырнаҡтар) булышлыҡ итә. Һыу ләләһе Victoria regia үҫемлек донъяһының ысын мөғжизәһе булып тора, ул шул тиклем ныҡлы, хатта кеше ауырлығын да күтәрә ала.
 
1933 йылда Белен районында Амазонка буйлап сәйәхәт иткән Николай Вавилов билдәләп үткәнсә, Амазонка ярҙары буйлап пальмаларҙың төрлөлөгө айырыуса күп, бында 800-гә яҡын төрө бар.
Пальмалар ҙур төркөмдәр менән дә, айырым да үҫә. Ул былый тип яҙа:
<blockquote>«Был урындар ысын мәҡәнәһендә пальмалар батшалығы. Дрнъяла башҡа бер ерҙә лә бындай төрлөлөк, үҙгәреүсәнлек амплитудаһын күрергә мөмкин түгел. Һомғол олондары, өҫкә ҡарап торған ағас сатырҙары, зонтикка йәки һепетркегә оҡшаш емештәре иҫ китмәле. Улар барыһы ла тропиктарҙа бер ҡайҙа ла ҡабатланмай торған үҙенсәләекле ландшафт барлыҡҡа килтерә»<ref name="PK">{{Книга|заглавие=Пять континентов / Н. И. Вавилов. Под тропиками Азии / А. Н. Краснов|автор=[[Вавилов, Николай Иванович|Вавилов Н.И.]]|место={{М}}|год=1987|издательство=[[Мысль (издательство, Москва)|Мысль]]|страниц=348}}</ref>{{rp|156}}</blockquote>
[[Файл:Piranha1.jpg|мини|[[Пираньялар]]]]
{{geo-stub}}
[[Категория:Йылғалар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Амазонка» битенән алынған