Төрөк әҙәбиәте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
Төрки халыҡтар бер нисә төркөмгә бүленеп йөрөтөлә, улар араһында иң ҙурҙары- уғыҙҙар һәм ҡыпсаҡтар. Төрөктәр сығышы буйынса һәм тел үҙенсәлектәре буйынса уғыҙ төркөмөнә инә. Был төркөмгә шулай уҡ төркмәндәр һәм әзербайжандар ҙа инә. “ Ҡорҡот ата китабы” (“Китаб-и дэдэм Коркут”) был халыҡтарҙың уртаҡ әҙәби ҡомартҡыһы. Был китап уғыҙ ҡәбиләләренең уртаҡ тарихи үткәнен тасуирлай. IX-XV быуаттарҙа халыҡ араһында йәшәп килгән эпик хикәйәттәрҙең әҙәби яҡтан эшкәртелгән тупланмаһы.
“Ҡорҡот ата китабы” күп телдәргә тәржемә ителгән. Ул әҙәбиәт белгестәре өсөн генә түгел, ә тарихсылар һәм этнографтар өсөн дә мөһим тикшеренеү сығанағы булып тора.Рәсәйҙә был китапты өйрәнеүҙе В.П.Бартольд ( 1869-1930 ) башлап ебәрә.
[[Файл: Dede qorqut r.jpg |thumb|right|250px| Ҡорҡот ата]]
 
 
Халыҡ араһында киң таралған тағы бер эпос- “Кер оғлу” (“Һуҡыр улы"). Был бер ғәйепһеҙ һуҡырайтылған атаһы өсөн дошмандарҙан үс алған батыр Рушен Али тураһындағы тарих.
 
1936 йылда Назим Хикмәт (1901-1963) “Шәйх Бәдретдин дастаны” тигән әҫәрен баҫтырып сығара. Ул хәҙерге заманда яҙылһа ла, боронғо эпостар традицияһын дауам итеп, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрөш темаһына бағышланған. Был эпоста Анатолия шәйехәренең солтан Мәһмәд I ҡаршы баш күтәреүе һүрәтләнә.