Марселен Фредерик: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Фредерик Марселен 1848 йылдың 11 ғинуарында сауҙагәр улығаиләһендә тыуған. 12 йәшендә ата-әсәһе уны [[Париж]]ға уҡырға ебәрә. Дүрт ай үткәс, яңынан Гаитиға әйләнеп ҡайта һәм Порт-о-Пренс ҡалаһында уҡыуын дауам итә. Юридик колледжды тамамлай.
 
1867 йылда [[Вашингтон (Колумбия федераль округы)|Вашингтон]]да Гаити илселегенең секретары итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны ике йыл биләй. 1874 йылда илдең депутаттар палатаһына һайлана. М. Доминго хөкүмәте ҡолатылғандан һуң [[Ямайка]]ға Кингстонға китә, унда бер нисә ай дауамында йәшеренә. Шунан бер аҙ ваҡыт [[Франция]] һәм Гаити араһында йөрөп йәшәй.