Копан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
! colspan="4" |
|-
|[[Файл:CPN_ST_D_01.jpg|центр|мини|250x250пкс|Стела D стелаһы]]
|[[Файл:CPN_ST_B_01.jpg|центр|мини|227x227пкс|Стела B стелаһы]]
|[[Файл:CPN_STR_22_01.jpg|центр|мини|224x224пкс|Ғибәҙәтхана22-се ишегеғибәҙәтхана 22ишеге]]
|[[Файл:CPN_STR_22_02.jpg|центр|мини|225x225пкс|22-се Мөйөшҡорам Храммөйөшө]]
|}
Археологтар мәғлүмәте буйынса, Копан археология ҡаласығы урынында ҙур ауыл эралар аралығында йәшәгән. Беҙҙең эраның 426 йылында Хушвица хакимдары (Караколь ҡаласығы, Белизе) нәҫеленән сыҡҡан К’инич-Йаш-К’ук'-Мо Копан батша династияһына нигеҙ һала. Һуңғы Копан яҙмаларына ярашлы, Копанда ултырырҙан алда К’инич-Йаш-К’ук'-Мо Мексикалағы алыҫ [[Теотиуакан]]<nowiki/>ға хаж ҡыла, унда ул юғары властың инсигнияһын ала. К’инич-Йаш-К’ук'-Мо тоҡомдары Копан менән алдағы 400 йыл дауамында хакимлыҡ итә (барыһы ун алты батша билдәле). Династияға нигеҙ һалыусы ваҡытында төҙөлгән Копан йылғаһы яры буйындағы һарай комплексы, ваҡыт үтеү менән хәҙер Акрополь кеүек билдәле торлаҡтарҙың, ғибәҙәтханаларҙың һәм майҙандарҙың ҙур тупланмаһына әйләнә.
19 юл:
|-
|[[Файл:CPN_KINGS_01.jpg|центр|мини|500x500пкс| Копан батшалары титулы б) Копан батшалары алтарҙа]]
|[[Файл:CPN_ST_06_34.jpg|центр|мини|340x340пкс|Стела6-сы яҙыпстелала Фрагментяҙыу, 6фрагмент]]
|}
Тыуған көндәр, батшалыҡ итеүҙәр, Копан батшаларының үлемдәре даталарын иҫәпкә алмағанда, ҡаласыҡтың сәйәси тарихы тураһында сағыштырмаса аҙ билдәле. Копанда батша яҙыуҙары, һирәктәрен иҫәпкә алмағанда, сәйәси ваҡиғаларға ҡарағанда, күп иғтибарҙы ритуалдарға бирә. Бәлки, бындай өндәшмәү ҡалыуҙар, урындағы хакимдарҙың майя булмаған хакимдар менән йышыраҡ эш итеүе менән бәйле, ә шул уҡ ваҡытта ҡалған майя батшалыҡтарының ҡыҙыу сәйәси тормошо уларҙы урап үтә. Ярҙамға археология мәғлүмәттәре килә, улар батшалыҡтын үҫешен VII— VIII быуаттың тәүге сирегенә К’ак'-Ути-Виц'-К’авиль («К’авиль- шарлауыҡ ситендәге ут») һәм Вашаклахун-Убах-К’авиль («К’авилдең ун һигеҙ йөҙө») батшалары хакимлығына тура килеүен дәлилләй. Үҫешен хәрби һәләкәт юҡҡа сығара. Киригуа ҡаласығы хакимы, Копан батшалары вассалы һәм туғаны батша К'ак'-Тилив-Чан-Йопат («Йопат күктә ут тоҡандыра») үҙаллылыҡ алырға ҡарар итә. 738 йылдың апрель аҙағында К’ак'-Тилив-Чан-Йопат һәм Вашаклахун-Убах-К’авиль армияһы Коквица урынында һуғыша. Копан армияһы еңелә, Вашаклахун-Убах-К’авиль әсиргә алына һәм ул башы сабып үлтерелә. Киригуаны һәм хаким күҙәтеүе аҫтында булған тау үҙәндәрен юғалтыу менән бергә бындай ҙур еңелеү Копан батшаларының ҡеүәтенә етди зыян була, ун бишенсе Копан батшаһы ваҡытында күпмелер яңырыу кисерһә лә, улар бынан аяҡҡа баҫа алмай
 
Майяларҙың башҡа күп ҡаласыҡтары кеүек үк, Копан IX быуат көрсөгөнөң ҡорбаны була, уның сәбәптәре әле лә асыҡланмаған, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм оҙайлы ҡоролоҡ булыуы ла ихтимал. Ун алтынсы батшаның хакимлығының һуңғы йылдарында батша төҙөлөш эшмәкәрлегенең кәмеүе күҙәтелә, был батшалыҡта иҡтисади хәлдең дөйөм насарайыуын күрһәтә. Копан хакимдарының власы 822 йылдан һуң ғәмәлдә күҙ асып йомғансы юҡҡа сыға. Копандың һуңғы батшаһы Укит-Ток’аның идара итеүенә арналған L алтары өҫтөндәге һырлаусының эше тамамланмай ҡала. Копан Акрополенең һарайҙары һәм ғибәҙәтханалары емерелә һәм яндырыла. Ҡайһы бер периферия тораҡтары киреһенсә ҡыҫҡа ваҡытҡа үҫеш кисерә, был айырым абруйлы ғаиләләрҙең үҙәк властың көрсөгөн үҙ маҡсаттарында ҡулланыуын күрһәтә. власының кризисы тип танылды. Шуға ҡарамаҫтан, вайранлыҡ тиҙ арала бөтә үҙәнгә тарала. Копан яҙмалары буйынса боронғо топонимдарҙың береһе лә беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған, был үҙән халҡының тулыһынса бер тапҡыр алмашыныуы тураһында раҫлай. Испан документтарына ярашлы, XVI быуатта Копандың тирә-яғында халыҡ шул тиклем аҙ була, хатта үҙенең сиркәү мәхәлләһе лә булмай.
 
== Копан батшалары исемлеге (исемдәре һәм идара итеү йылдары) ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Копан» битенән алынған