Копан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
48 юл:
== Археологик ҡаҙыу эштәре ==
[[Файл:Catherwood_stela_d.jpg|мини|266x266пкс|Казервуд һүрәтендә Н стелаһы]]
Копан ҡаласығы үҙенең исеме менән Диего Гарсиа де Паласиоға бурыслы, ул 1576 йылда урындағы халыҡ тарафынан «копан» (науатле телендә «күпер») тип аталған боронғо ҡаланың тәүге тасуирламаһын төҙөй. [[XIX быуат]]<nowiki/>тың 30-сы йылдарында сәйәхәтселәр Дж. Л. Стефенс һәм Ф. Кезервудтың баҫылып сыҡҡан иллюстрациялары һәм яҙмалары Копанға билдәлелек алып килә. Копан монументтарының беренсе системалы документлаштырыуын 1880-90 йылдарҙа Модсли ойоштора, ә археологик тикшеренеүҙәр 1890 йылдарҙа Гарвард Университетының Пибоди музейының дүрт экспедицияһы менән башлана. Тәүге экспедиция Копанға фәжиғәһеҙ булмай: Гарвард экспедицияһы етәкселәренең береһе, Джон Оуэнс, тропик биҙгәгенән вафат була һәм Копандың төп майҙанында D стелаһы алдында ерләнә. [[XX быуат]] башында, Спинден һәм Морли Копандың һәм уның тирә-яғының скульптура һүрәттәрен һәм яҙыуҙарын документлаштырырға һәм тикшерергә тәҡдим итә. Карнеги институты 1930-40 йылдарҙа күләмле ҡаҙыу һәм тергеҙеү эштәре башҡара. 1960 йылдарҙан башлап, 1952 йылда нигеҙ һалынған Гондурас Антропологияһы һәм Тарихы Институты Копанды тикшереүҙә төп ролде уйнай һәм өйрәнеүҙең һәм боронғо ҡаланы һаҡлауҙың оҙайлы стратегияһын төҙөй башлай.
 
Копанды өйрәнеүҙә яңы этап 1970 йылдар башында [[Америка]], Гондурас һәм [[Европа ]] тикшеренеүселәре ойошторған дисциплина-ара проекттар серияһынан башлана, ойошма төп академик учреждениеларҙан тора, шул иҫәптән Гарвард Университетын, Пенсильвания Университетының Антропология һәм Археология музейын, Пенсильвания Штаты Университетын һәм Төньяҡ Иллинойс университетын үҙ эсенә ала. Тәүге тапҡыр системалы рәүештә ҡаласыҡ үҙәге генә түгел, шулай уҡ Копан йылғаһы үҙәнендәге бөтә боронғо тораҡтар тикшерелә. Копан тикшеренеүселәре ауылдарҙы ғына өйрәнеү түгел, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиттең күренешен һәм уның үҙгәреүен аңларға тырыша. 1980-се йылдарҙан башлап, майя яҙмаларын аңлап белеүҙәге уңыштар тарихты өйрәнеүҙә ярҙам итә башлай, ә Копан Акрополенең иң үҙәгендә археологтар ҡаҙған туннелдәр серияһы Копандың тәүге батшалары ваҡытына үтеп инергә мөмкинлек бирә. Копан үҙәген һәм Копан йылғаһы үҙәнендәге ауылдарҙы тикшереү бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә.
 
== Копан бөгөн ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Копан» битенән алынған