Ҡара диңгеҙ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
39 юл:
* [[Төркиә]]: [[Самсун]], [[Трабзон]];
* [[Украина]]: [[Одесса]], [[Черноморск]], [[Южный (Одесса өлкәһе, Украина)|Южный]].
 
== Атамаһы ==
Диңгеҙҙең иң элекке атамаларының береһе - [[Грузия|боронғо грузинсанан]] ''Спериса диңгеҙе'' ({{lang-ka|ზღვა სპერისა}} [згва спериса]), ул боронғо [[Колхида|Колхидала]] Спери тигән төбәктә йәшәгән халыҡ исеменән алынған. Боронғо грек атамаһы иһә — ''Понтос Аксенос'' ({{lang-grc|Πόντος Ἄξενος}}, «Ҡырыҫ ддиңгеҙ»), «[[скифтар|Скиф диңгеҙе]]» тигән атама ла осрай{{sfn|Виноградов|1958|с=5}}. [[Страбон]] «География»һында (7.3.6) атама диңгеҙҙең навигация өсөн ауыр булыуы, шулай уҡ ярҙарында ҡырағай, яуыз холоҡло ҡәбиләләр йәшәүенә бәйлелер тип фараз итә.
 
Шулай ҙа гректар урындағы скиф-сармат телендәге *axšaina — «ҡараһыу күк», «ҡарағусҡыл» һәм грек телендәге «ҡырыҫ» һүҙҙәренә лә таянып атағандарҙыр<ref>{{Из|Ираника|http://www.iranicaonline.org/articles/black-sea|заглавие=Black sea|автор=Rüdiger Schmitt}}</ref>. Һуңғараҡ,грек колонистары үҙҙәре уңышҡа өлгәшкәс, диңгеҙҙе Понтос Эвксиоконос ({{lang-el|Πόντος Εὔξενος}}, «Ҡунаҡсыл диңгеҙ») тип исем бирә.
 
Тора бара, X—XIV быуаттарҙа, боронғо рус, ғәрәп һәм көнбайыш сығанаҡтарында инде «Урыҫ диңгеҙе» ({{lang-ru|Русское море}}) тигән атама күренә башлай<ref>''Бухарин М. Д.'' {{cite web|author = |url = https://www.academia.edu/6565072/_Appearance_of_the_Notion_Black_Sea_in_the_Medieval_geographic_Traditions_Возникновение_понятия_Черное_море_в_средневековых_географических_традициях |title = Возникновение понятия «Чёрное море» в средневековых географических традициях |lang = |website = www.academia.edu |date = |accessdate = 2019-12-17|deadlink = no}} // Monumentum Gregorianum. Сборник научных статей памяти академика Г. М. Бонгард-Левина. {{М.}}, 2013. С. 479.</ref>
 
Хәҙерге замандағы «Ҡара диңгеҙ» ({{lang-ru|Чёрное море}}) атамаһы бында [[Урта Азия]]нан килеп сыҡҡан күсмән төркиҙәрҙең «Кара Дениз» тигән һүҙҙәренән килеп сыҡҡан<ref>http://blacksea-education.ru/2-1.shtml Чёрное море </ref> <ref>{{cite web |url = http://blacksea-education.ru/faq/answer20.shtml |title = ::: Чёрное море ::: |publisher = blacksea-education.ru |accessdate = 2017-08-28}}</ref>. Ул күп кенә телдәрҙә сағылыш тапҡан: {{lang-ab|Амшын Еиқәа}}, {{lang-ady|Хы шӏуцӏэ}}, {{lang-kbd|Хы фӏыцӏэ}}, {{lang-el|Μαύρη θάλασσα}}, {{lang-bg|Черно море}}, {{lang-uk|Чорне море}}, {{lang-ka|შავი ზღვა}}, {{lang-ro|Marea Neagră}}, {{lang-crh|Qara deñiz}}, {{lang-tr|Karadeniz}} (төрөктәр Урта диңгеҙҙе ''Akdeniz'' «Аҡ диңгеҙ» тип атай), {{lang-en|Black Sea}} һәм башҡалар<ref>http://blacksea-education.ru/2-1.shtml Чёрное море </ref>{{sfn|Виноградов|1958|с=5}} Атаманың шундай вариантта килеп сығыуы тураһында төрлө фараздар йәшәп килә:
* Бер фараз Азияның ҡайһы бер илдәрендә яҡтарҙы «төҫтәр» менән билдәләүгә бәйле: «ҡара» төньяҡты билдәләүсе һүҙ, шуға күрә Ҡара диңгеҙ — төньяҡ диңгеҙе.
* Икенсе бер гипотеза буйынса, металл әйберҙәрҙең 150 метрҙан тәрәнерәккә оҙайлы ваҡытҡа төшөргәндә (мәҫәлән, якорь) ҡарайыуы менән бәйле<ref>http://blacksea-education.ru/2-1.shtml Чёрное море </ref>
 
 
== Климаты ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡара_диңгеҙ» битенән алынған