Кирена (ҡала): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Кирена (город)" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
1 юл:
{{Ук}}
'''Кирена''', ({{lang-grc|Κυρήνη}}) — боронғо бөйөк ҡалаларҙың береһе, Киренаика өлкәһенең тарихи үҙәге.
 
Юл 9 ⟶ 10:
200 йыл дауам иткән фарсылар хакимлығы ваҡытында Кирена (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 460 й.) республика була; ошо ваҡытҡа Киренаның философтар мәктәбенең алға китеүе ҡарай. Фиброндың оҙаҡ булмаған власынан һуң беҙҙең эраға тиклем 321 йылда Мысыр батшаһы Птоломей I Киренаиканы үҙенең власына буйһондора; биш ҡала — Кирена, Аполлония, Птолемаида (Барка), Арсиноя (Тавхира) һәм Береника (Евгесперида) — союз («пентаполь», йәғни биш ҡала) төҙөй, ул беҙҙең эраға тиклем 117 йылдан Птоломейҙар династияһының кесе тармағы итеп үҙгәртелә, уның һуңғы вәкиле Апион б.э. тиклем 96 йылда Киренаны римлеләргә тапшыра. Әммә ҡаланы ҡыҫҡа ваҡытҡа тирандар Никократ, ә һуңынан уның ҡустыһы Леандр баҫып ала. Римлеләр шулай ҙа ҡаланы һәм бөтә Киренаиканы яулап ала һәм уны административ рәүештә Крит провинцияһына ҡуша (б. э. тиклем 67 й.).
 
Христиан осоронда Киренала айырым епископ булған (V быуатта — Синезий кеүек билдәле). Киренаика киренаиктар мәктәбенә нигеҙ һалыусы философтар Аристипп һәм Карнеадтың, шағир Каллимахтың һәм географ Эратосфендың тыуған иле була. Уны ғәрәптәр емерә. Ҡаланы [[643 йылда]] халҡы тулыһынса ҡалдыра. Грек дәүеренән байтаҡ емереклектәр һәм некрополь һаҡланып ҡалған, уның ҡаҙыныу эштәре [[XXI быуаттабыуат]]та ла дауам итә.
 
== Иҫкәрмәләр ==