Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Хронологик исемлек: күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Тарихы: күренеште төҙәтеү
29 юл:
 
== Тарихы ==
Барлыҡҡа килгән ваҡыты тип [[1925 йыл]]дың [[17 июль|17 июле]] һанала. Был көндө Хеҙмәт һәм Оборона советы РыбинсктаРыбинскиҙа элекке «Русский Рено» акционерҙар йәмғиәтенең ваҡ авторемонт оҫтаханалары базаһында авиация двигателдәре эшләү буйынса завод төҙөргә ҡарар итә. [[1928 йыл]]дың [[14 ғинуар]]ында завод эшләп килеүсе авиация сәнәғәте предприятиелары исемлегенә 26-сы булып инә. 1931 йылда [[Өфө]]лә комбайн моторҙары заводы төҙөлә башлай, 1935 йылда беренсе 10 двигатель йыйыла.
 
1940 йылда Өфө моторҙар заводы производствоны бар ҡеүәтенә ҡуйыу өсөн бөтөн мөмкинлектәргә эйә була, әммә 384 һаны менән авиация сәнәғәте Наркоматына тапшырыла. Шул уҡ йылда УМЗ Рыбинск М-105 авиация моторҙары эшләү заводының дублеры була (Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы завод 675 дана М-105 двигателе эшләп өлгөрә).
 
Һуғыш башында Өфөгә бер нисә моторҙар эшләү, шул иҫәптән Рыбинск заводы ла эвакуациялана. [[1941 йыл|1941 йылдың 17 декабрендә]] 26-сы Рыбинск моторҙар эшләү заводы, Ленинградтың ике завод-дублеры (234-се һәм 451-се), өлөшләтә [[Мәскәү]]ҙең 219-сы заводы, ЦИАМ проект бюроһы (Мәскәү), В. А. Добрыниндың кострукторлыҡ бюроһы (Воронеж) һәм ике Өфөнөң ике — моторҙар (384-се) һәм дизель (336-сы) заводы берләштерелә. Яңы предприятие берләшкән заводтарҙың вариҫы булып тора һәм төп заводтың һанын ала — 26-сы. [[1943 йыл]]да заводҡа СССР-ҙың атом проектына Ф. Ф. Ланге проекты буйынса уранды байытыу өсөн центрифуга бирелә.
 
Артабан ул Өфө моторҙар эшләү заводы тип үҙгәртелә, уның базаһында [[1978 йыл]]да Өфө мотор эшләү производство берекмәһе ойошторола, [[1993 йыл]]да ул «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә әйләнә.<ref>[http://www.umpo.ru/Page55.aspx История предприятия, История ОАО УМПО авиационные двигатели АЛ-31Ф, АЛ-31ФП, авиадвигатель Д-436ТП, двигатель АЛ-55, снегоходы Рысь, мотоблок Агро, Су-30 и Су-35]</ref>