Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
38 юл:
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Өфө кантоны]] <ref name="Х" /> [[Үтәгән (Ҡырмыҫҡалы районы)|Үтәгән]] ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.
 
1947—1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының<ref>Хәҙерге [[Башҡорт дәүләт университеты]].</ref> тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, ГайсаҒайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле ул [[Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты]]нда ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.
 
1996—2001 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «[[Ватандаш (журнал)|Ватандаш]]» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.