Испан теленең риоплат һөйләше: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
 
== Тарихы ==
Восео грамматик феноменының һаҡланыуы, шул иҫәптән күрше португал телле [[Бразилия]] тел нормаларының йоғонтоһо, был төбәккә үҫешенең тәүге осорҙарында уҡ билдәле бер үҙенсәлелек тәьмин итә. Күп тартынҡыларҙың дебуккалләшеүе күҙәтелә, әммә һуңыраҡ консерватив традиция был күренештең [[орфоэпия]] нормаларына үтеп инеүен тотҡарлай. Был һөйләштең үҙенә генә хас билдәләренең үҫеүе өсөн [[XIX быуат]] аҙағы — [[XX быуат]] башында Аргентинаға көньяҡ [[Италия]] халҡының күпләп иммиграцияланыуы әһәмиәтле булып сыға. Был күскенселәр башлыса [[Буэнос-Айрес|Буэнос-Айреста]] төпләнә. Көйлө интонация риоплат испансаһын бик күп башҡа һөйләштәр һәм диалекттар араһынан танып алырға булышлыҡ итә. Итальян иммигранттары теленең йоғонтоһо аҫтында баш ҡалала үҙенсәлекле жаргонлысоциолект — лунфардо үҫеш ала, уның лексикаһының бер өлөшө аҙаҡ стандарт риоплат [[Испан теле|испансаһына]] ла күсә. Нәҡ ошо баш ҡала һөйләше Сүлде яулау барышында илдең бөтә көньяғына тарала, шунан баш ҡала [[киң мәғлүмәт саралары]] ярҙамында XX—XXI быуаттарҙа Аргентинала, шулай уҡ [[Уругвай]] һәм [[Парагвай]]<nowiki/>ҙа ла популярлаша. Шуның менән бергә, Аргентинаның төпкөл төбәктәрендә анд төрҙәренә ингән иҫкесә испан һөйләштәре һаҡлана (кордоба, сантьяго-дель-эстер, жужуй һөйләштәре).
 
== Айырып торған һыҙаттары ==