Ғәлиә мәҙрәсәһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
54 юл:
«Ғәлиә» мәҙрәсәһе дини юғары белем биргән уҡыу йорто булһа, ҡалған предметтар буйынса гимназия кимәлендә белем бирелә. Шуға күрә үҙебеҙҙә генә түгел, Рәсәйҙең бөтә мосолмандары араһында ла был уҡыу йортоноң абруйы ҙур була. [[Ырымбур|Ырымбурҙың]] уҡыу йорттары буйынса идаралыҡ етәкселәренең береһе булған А. Любимов мәҙрәсәне ҡарап сыҡҡас, бик ҙур баһа бирә. Бындағы белем биреү стандарттары ғына түгел, һәйбәт итеп йыһазландырылған физика, химия кабинеттары, дини, фәнни-популяр, нәфис әҙәбиәт, төрлө журналдар, төрки, ғәрәп, фарсы, урыҫ телдәрендә баҫылған гәзиттәр тупланған бай китапхана тикшерергә килгән чиновникты ғәжәпкә ҡалдырған. Һуңғараҡ татар, башҡорт, ҡаҙаҡ, черкес һәм башҡа телдәрҙә лә матбуғат баҫмалары алдырғандар.
[[Файл:Шакирды медресе Галия.jpg|thumb|250пкс|«Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерттәре.]]
Мәҙрәсә шәкерте [[Шәйехзада Бабич]] үҙе «Парлак» исемле журнал сығара башлай. Ул һуңғараҡ киң билдәле шағир булып китә, [[башҡорт милли хәрәкәте]] етәкселәренең береһе, рухи йүнәлеш биреүсеһе булып таныла. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә [[Варшава]] консерваторияһы профессоры В. Клеменц уҡыған шәкерттәрҙең рухын үҫтереүгә ныҡ ярҙам итә. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыу-уҡытыу эштәре юғары кимәлдә ойошторолған булған. Әйтәйек, төрки халыҡтарҙың тарихын танылған шәрҡиәт белгесе, һуңынан башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе булып киткән [[Зәки Вәлиди]] уҡытҡан, ғәрәп теленән билдәле ғәрәп теле уҡытыусыһы Закир Ҡадири белем биргән. Яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре [[Ғәлимйән Ибраһимов]] татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән һабаҡ биргән. Мөғәллимдәрҙең байтағы [[Рәсәй]], [[Төркиә]], [[Мысыр]], [[Сирия]], Урта Азиялағы иң танылған уҡыу йорттарында юғары белем алған зыялы инсандар булған. Шуға күрә «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлаған шәкерттәр һәйбәт белемгә эйә көслө шәхес Рәсәй ҡалаларында һәм ауылдарында ғына түгел, сит илдәрҙә лә үҙҙәренә эш, урын табырлыҡ бик уҡымышлы кешеләр булып сыҡҡан.
Яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре [[Ғәлимйән Ибраһимов]] татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән һабаҡ биргән. Мөғәллимдәрҙең байтағы [[Рәсәй]], [[Төркиә]], [[Мысыр]], [[Сирия]], Урта Азиялағы иң танылған уҡыу йорттарында юғары белем алған зыялы инсандар булған. Шуға күрә «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлаған шәкерттәр һәйбәт белемгә эйә көслө шәхес Рәсәй ҡалаларында
һәм ауылдарында ғына түгел, сит илдәрҙә лә үҙҙәренә эш, урын табырлыҡ бик уҡымышлы кешеләр булып сыҡҡан.
 
Һөҙөмтәлә уларҙың күптәре хатта [[Октябрь революцияһы|Октябрь түңкәрелешенән]] һәм граждандар һуғышы буталыштарынан да имен-аман сығып, эмиграцияла ла үҙҙәренең лайыҡлы кешеләр икәнен күрһәтә алған.
 
«Ғәлиә» мәҙрәсәһен барлығы 1400 шәкерт тамамлаған.