Аргентинаның Милли конгресс һарайы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Zlgll (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Аргентинаның Милли конгресс һарайы''' ({{Lang-es|Palacio del Congreso de la Nación Argentina}})  — Аргентинаның Милли когресс ултырыштары бинаһы. [[Аргентина]]ның баш ҡалаһы [[Буэнос-Айрес]]та Конгресс майҙанында урынлашҡан.
 
== Тарихы ==
[[1862 йыл]]да Аргентинаның президенты Бартоломео Митре архитектор Хонас Ларгиаға Милли конгресс бинаһы бинаһын төҙөргә ҡуша. Төҙөлөш [[1864 йыл]]да тамамлана. Бина Май майҙанында Хөкүмәт йортонан алыҫ түгел урынлаша. Милли ипотека банкыһы бинаһын төҙөү менән (хәҙер Дәүләт сығымдарының федераль хакимиәте) иҫке конгресс өлөшләтә һүтеп алына.
 
[[1882 йыл]]да яңы күләме буйынса ҙур конгресс һарайы төҙөргә ҡарар ителә<ref>Архивированная копия&nbsp; (недоступная ссылка).&#x20; <small>Дата обращения 5 декабря 2007.</small></ref>. Бының өсөн бер квартал бүленгән. [[1889 йыл]]дың 1 декабрендә төҙөлөш өсөн ер элекке хужаларынан һатып алына
[[Файл:Congreso_1910.jpg|слева|мини|200x200пкс|Конгресс һарайы (1910)]]
1984 йылдың 20 ноябрендәге  3.187 законға ярашлы төҙөлөш өсөн 6 миллион песо бүленә. [[1895 йыл]]дың 20 февралендә Һарй проекты өсөн халыҡ-ара конкурс иғлан ителә. Франция, Италия, австрия, Уругвай, Аргентина, Норвегия рәссамдарынан 28 архитектура проекты тәҡдим ителә. [[1896 йыл]]дың 8 ғинурында итальян Витторио Меаноның еңеүе тураһында иғлан ителә. [[1897 йыл]]дың 31 июлендә конкурс ярҙамында төҙөүсеһе лә билдәләнә  — был «Pablo Besana у Cía» компанияһы була. Эштәр сметаһы 5 776 745 песо тәшкил итә.
 
Эш [[1897 йыл]]да башлана, унда меңдән ашыу эшсе ҡатнаша. [[1904 йыл]]дың [[1 июль|1 июлендә]] Меаноны үлтерәләр, шуға күрә проектты дауам итергә Бельгия архитекторы Жюль Дормальға ҡушалар.
 
Конгресс һарайының төҙөлөш һәм биҙәү эштәре әле күп йылдарға һуҙылһа ла, ул [[1906 йыл]]дың [[12 май|12 майында]]ында асыла. [[1914 йыл]]да төҙөлөшкә сығымдар 31,4  млн песо тәшкил итә. Көмбәҙҙең иллюминацияһы [[1930 йыл]]да ҡуйыла. Төҙөлөш тулыһынса ротондаһын көпләү менән [[1946 йыл]]да тамамлана.
[[Файл:Construcción_del_Congreso_Argentino_en_1898.JPG|центр|мини|770x770пкс|Һарай төҙөү (1898)]]
 
== Тасуирламаһы ==
Аргентинаның Милли конгресс һарайы неоклассицизм стилендә башҡарылған. Бинаның үҙенсәлеге булып уның көмбәҙе тора, уның бейеклеге 80 метр һәм ауырлығы 30 тонна тәшкил итә. Башта көмбәҙ баҡыр менән ҡапланған булған, ул ваҡыт үтеү менән йәшкелт төҫ ала. Көмбәҙҙе химералар менән тах ослай.
 
Һарайға төп инеү урыны Энтре-Риос урамы яғында урынлашҡан. Уны ике мәрмәр кариатидалар һәм коринф ордерының алты колоннаһы биҙәй, улар өс мөйөшлө фронтонды тотоп тора. Депутаттра палатаһына инеү урыны Ривадавий урамы яғында, ә Сентаҡа тиклем Иригоен урамы буйында урынлашҡан. Тағы ике ишеге урам яғына сыға.
 
Түр баҫҡыстарының яҡтарында Азатлыҡты, Прогресты, Тыныслыҡты һәм Ғәҙеллекте символлаштырған скульптура төркөмдәре урынлашҡан, әммә был яланғас фигуралар тәнҡиткә дусар була һәм [[1916 йыл]]да алып ташлана. Баҫҡыста хәҙер ҡанатлы дүрт арыҫлан кәүҙәһе һәм дүрт сүкеп яһалған фонарҙар тора.
 
Фронтон ситтәрендә ҡанатлы арыҫлан скульптуралары, ә уның түбәһендә Аргентинаның гербы урынлашҡан. Фронтон артында орнаменттар менән биҙәлгән платформа урынлашҡан, унда авторы Виктор де Поль эшләгән 8 метр бейеклектәге һәм 20 тонна ауылыҡтағы бронзанан квадриганы күрергә мөмкин. Тәгәрмәсле арбаға дүрт ат егелгән, улар республиканың триумфын кәүҙәләндерә<div class="center">
{|
| valign="top" |
33 юл:
</div>Конгресс һарайының мөһим өлөштәре:
 
* ''Депутаттарҙың ултырыштар палатаһы залы''   диаметры 26 метр булған галереяларҙың өс ҡаты булған амфитеатр: беренсе ҡаты махус ҡунаҡтар өсөн, башҡалары киң тамашасы өсөн
* ''Кулуарҙар''
* ''Күк зал''— һигеҙ мөйөшлө зал, көмбәҙ аҫтында урынлашҡан
* ''Холл''  — дәүләт визиттары ваҡытында ҡулланыла
* ''Конгресс китапханаһы'', бер миллиондан ашыу том бар
* ''Алһыу зал —'' Сенат йыйылышы ҡулланыла
* ''Сенаттың ултырыштар залы''  — галереяларҙың ике ҡатлы амфитеатры
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{Иҫкәрмәләр}}
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
 
* Площадь Конгресса
* Национальный конгресс Аргентины
 
== Һылтанмалар ==
 
* [https://web.archive.org/web/20130217004725/http://www.congreso.gov.ar/ Официальный сайт Национального конгресса Аргентины]{{ref-es}}
* [https://web.archive.org/web/20111215022058/http://www.secretosdebuenosaires.com/2009/07/la-cupula-mas-grande.html Статья о куполе Дворца]{{ref-es}}
* [https://web.archive.org/web/20100924033036/http://www.congresoayeryhoy.com.ar/el-congreso-nacional.html Сайт "«Конгресс вчера и сегодня"»]{{ref-es}}
[[Категория:Буэнос-Айрестың иҫтәлекле урындары]]
[[Категория:Википедия:Статьи с переопределением значения из Викиданных]]