Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
53 юл:
Жәлил Кейекбаев утыҙынсы йылдарҙың башында шиғырҙары менән матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай. Уның күп кенә шиғырҙарын Ж. Табын имзаһы менән газеталарҙа, журналдарҙа осратырға була.
 
[[Мәскәү]]ҙәге Сит телдәр институтында уҡығанда, ул немец теленән башҡорт теленә тәржемә эше менән ныҡлап шөғөлләнә. Жәлил Кейекбаев ике телдең дә нескәлектәрен белә. Тел мәҙәниәте талаптарын яҡшы тоя. Шуға күрә, тәржемә иткәндә әҫәрҙең оригиналдағыса яңғырауына ирешә.
 
Бөйөк художник [[Гете]], [[Гейне|Г. Гейне]] кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарын, Эрих Вайнерт, Вилли Бределдең шиғыр һәм хикәйәләрен, Фр. Вольфтың «Доктор Мамлок» драмаһын, бер туған Гриммдарҙың айырым китап булып сыҡҡан әкиәттәрен туранан-тура башҡорт теленә тәржемәләй.
 
Шуның менән, оригиналдың стилен, дөйөм эске һулышын бар нескәлектәре менән һаҡлауға өлгәшә. Был осорҙа әле рус теленән тәржемә эше лә түбән була, ә инде башҡа сит телдәрҙән туранан-тура тәржемә итеү тағы ла һирәк ине.
 
Жәлил Кейекбаев [[Бөйөк Ватан һуғышы]] йылдарында төрлө темаға [[ҡобайыр]]ҙар, очерк һәм [[хикәйә]]ләр ижад итә. [[Советтар Союзы Геройы]] Зөбәй Үтәғолов тураһында очерк, Александр Матросов тураһында шиғырҙар яҙып, шул уҡ иҫемдәрҙә башҡорт һәм рус телдәрендә баҫтырып сығара.
63 юл:
Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа ул, юғары уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ һәм ғилми эштәр алып барыу менән бергә, балалар әҙәбиәтендә' даими эшләп килә. Уның халыҡ әкиәттәре ерлегендә яҙған әҫәрҙәре айырым йыйынтыҡтарға тупланып та сыға. Яҙыусының «Туғандар һәм таныштар» романы ҙур популярлыҡ яулай.
 
Жәлил Кейекбаев республикала [[Дмитриев Николай Константинович|Н.  К.  Дмитриев]] башлап ебәргән башҡорт теле ғилеме фәнен дауам иттереүсе һәм артабан уңышлы үҫтереүсе, ошо фәнде юғары талаптарға яуап бирерлек хәлдә ойоштороусы.
 
«Башҡорт теленең фонетикаһы» тигән ҙур монографик тикшеренеүе буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, профессор Жәлил Кейекбаев тирәһендә башҡорт теле фәнен өйрәнеү буйынса һәләтле йәш ғалимдар мәктәбе ойоша һәм белгестәр әҙерләүҙә әһәмиәтле эштәр башҡарыла.
71 юл:
Жәлил Кейекбаев ундан ашыу филология фәндәре кандидаттарын әҙерләй. Илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ғилми учреждениеларҙың эштәрендә булышлыҡ итә, башҡа университеттарҙың һорауы буйынса лекциялар менән сығыш яһай.
 
Ғалим-яҙыусы республикала йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. [[Азия]] һәм [[Африка]] илдәре теләктәшлек Советы комитеты ағзаһы, БАССР Верховный Советы депутаты була.
 
Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн [[Ленин ордены|Ленин]] һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе» орден]]дары менән наградланды, «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ була.
77 юл:
1942 йылдан КПСС ағзаһы һәм [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы була.
 
[[Файл:Туғандар_һәм_таныштар.Ж.Кейекбаев.jpg |thumb|right|150px|Туғандар һәм таныштар. Роман]]
 
== Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре ==