25 ноябрь: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
49 юл:
* [[Мирсаяпов Миңнислам Нурислам улы]] (1929—27.078.1996), зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. 1964—1972 йылдарҙа [[Әбйәлил районы]] «Урал» совхозы, 1972 йылдан — Урал аръяғы совхоздар тресы, 1975 йылдан — «Красная Башкирия» совхозы директоры, 1993 йылдан — директор урынбаҫары. [[Башҡорт АССР-ы]]ның 9-сы саҡырылыш [[БАССР Юғары Советы|Юғары Советы]] депутаты. [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1974), [[СССР]]-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). [[Ленин ордены|Ленин]] (1971), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1966) һәм [[Халыҡтар Дуҫлығы ордены|Халыҡтар Дуҫлығы]] (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Мәләүез районы]] [[Айтуған (Мәләүез районы)|Айтуған]] ауылынан.
* [[Байрамғолов Юлай Ғайнулла улы]] (1934—18.09.2010), ғалим-инженер, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүсе. 1966 йылдан [[Башҡортостан ауыл хужалығы институты]] һәм [[Башҡорт дәүләт аграр университеты]] уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1970), доцент (1990).
* [[Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы]] (1939), уҡытыусы, комсомол, [[КПСС|партия]], дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2000 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһы Президенты]] Хакимиәте етәксеһе. 2002—2010 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. [[РСФСР]]-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш, [[Башҡорт АССР-ы]]ның 11-се саҡырылыш Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш [[Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]] депутаты. [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] (1981) һәм [[Салауат Юлаев ордены|Салауат Юлаев]] (2009) ордендары кавалеры. [[Бөрйән районы]]ның почётлы гражданы.
}}</onlyinclude>
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/25_ноябрь» битенән алынған