Кэри Грант — версиялар араһындағы айырма

30 байт алынған ,  10 месяцев назад
1970 йылда Америка кино сәнғәте академияһы, һуңлап булһа ла, уға коллегалары исеменән «иҫ китерлек оҫталығы өсөн хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән» почетлы «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» тапшырҙы.
 
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Грант ''Faberge{{нп5|Faberge|||Fabergé (cosmetics)}}'' косметика компанияһының директорҙар советы ағзаһы булып китә һәм компанияға үҙ аҡсаһынан ҙур ғына өлөш индерә.''
 
Һуңғы йылдарҙа Грант кеше менән аралашмайынса йәшәй, интервью ла бирмәй, тиерлек. Төрлөлөк өсөн ул Америка ҡалалары буйлап хушлашыу турын үткәрергә була. 1986 йылдың ноябрь аҙағында 82 йәшлек Грант [[Айова]] штатындағы Давенпорт ҡалаһына килә, бында уға урындағы телевидениела уның ҡатнашлығындағы картиналарҙан өҙөктәр күрһәтеп, 90 минутлыҡ "«Кэри Грант менән һөйләшеү "» программаһын бағышларға тейеш булалар. 29 ноябрҙә репетицияла актер үҙен һәйбәт тоя, әммә репетиция тамамланғас, хәле насарая башлай. Кисекмәҫтән Изге Люк госпиталенә килтерелә һәм бында [[Инсульт|киң инсульттан]] 23:22 сәғәттә вафат була. Булған мөлкәтен Грант берҙән-бер ҡыҙына һәм аҙаҡҡы ҡатынына ҡалдырған.
 
== Шәхси тормошо ==
15 338

үҙгәртеү