Асы (шифахана): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
42 юл:
Шифахана 2001 йылда асыла. Дауалау-һауыҡтырыу корпусы архитектор Кирайдт Рудольф Иванович проекты буйынса төҙөлгән.
 
Ауыл атамаһы башҡортса «әсе» йәки "асы" тигәнде белдерә, был иһә ерле халыҡтың һыуҙы дауалау өсөн файҙаланғанлыҡтары тураһында һөйләй. Ауыл кешеләре был һыуҙы элек-электән ашҡаҙан ауыртҡанда ҡулланған, шулай уҡ аяҡ-ҡул, быуындар һыҙлағанда ванналар ҙа яһағандар.
 
Асы минераль сығанаҡтары тураһында беренсе булып академик Ф. Н. Чернышев (1889 йыл) яҙып сыға. Ике йылдан һуң, Белорет больницаһы табибы Эрман һыуҙы анализдар өсөн Берлин университетына (1901 й.) ебәрә. Үҙенең химик составы буйынса Асы һыуы Германиялағы билдәле Киссенгон сығанаҡтары һыуына яҡын булыуы асыҡлана.