Ғәббәс II (Иран шаһы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
1642 йылда атаһы Сәфи I вафатынан һуң тәхеткә ултыра. Ғәббәс II йыш ҡына һәм күп кенә шарап эсә ихтыярһыҙ хаким булып дан ала. Дәүләт менән идара итеүҙә үтә артыҡ һарай аҡ һөйәктәренә ышана; әммә шул уҡ ваҡытта уның хакимлығы осоронда алдараҡ юғалтылған [[Ҡандағар|Ҡандағарҙы]] 1649 йылда ҡайтарып алыу менән билдәләнә, дәүләт һәм уның иҡтисады күтәренкелек осорон кисерә, быны Персияла булып киткән Европа сәйәхәтселәре билдәләп үтә.
 
Зоһаб трактаты [[Ғосман империяһы]] менән Сәфәүи империяһының көнбайыш сиктәрендә оҙайлы тыныслыҡ булдыра, әммә уның төньяҡ һәм көнсығыш сиктәрен тынысландырмай. Шаһ Ғәббәс II тыңһығыҙ Кавказда ҡапма-ҡаршылыҡҡа йәлеп ителә, сәфәүи йоғонтоһо өлкәһе урыҫтарҙың һәм ғосмандарҙың йоғонтоһо өлкәләре менән бәрелешкә инә.Төп мәсьәлә [[Ҡуйһыу (йылға)|Ҡуйһыу]] йылғаһындағы урыҫ гарнизоны киңәйтелеүе һәм яңы нығытмалар төҙөлөүе менән бәйле. Был хаҡта белеп ҡалғас, Шаһ Ғәббәс II , хатта [[Ҡандағар]] арҡаһында [[Монголдар империяһы|Моголдар империяһы]] менән низағ сығыуы хәүефенә ҡарамаҫтан, ниндәйҙер аҙым эшләргә ҡарар итә. [[Әрдәбил]], Чухурсаад, Ҡарабах һәм Астар һәм [[Әзербайжан]] округтары губернаторҙарына [[Ширван]] губернаторы Хосров ханға ярҙамға ғәскәрҙәр еббәреү буйынса бойороҡтар ебәрелә. Төрлө ҡәбиләләр берекмәләре менән көсәйтелгән ғәскәрҙәр, шул иҫәптән, [[Дағстан]] хакимы (шамхал), Дербент хакимы һәм Ҡараҡайтаҡ хакимы ебәргән контингенттары менән бергә, 1953 йылда нығытманы һөжүмләйҙәр һәм уны, үртәү алдынан, [[Урыҫтар|урыҫтарҙы]] һәм [[Нуғайҙар|нуғайҙарҙы]] ҡыуып сығаралар. Ғәббәс II ҡыҙылбаш яугирҙарын йәшәү урыны менән тәьмин итеү өсөн өсөн нығытмалар төҙөргә ҡуша. Әлеге бойороҡ Дағстан халыҡтары араһында сыуалыштарға килтерә. [[Сәфәүиҙәр]]ҙең төрлө урындағы эмирҙарҙы Ширван губернаторы, Хажи Манучехр хандың контроле аҫтына ҡуйырға маташыуҙарыуңышһыҙлыҡҡа тарый. [[Сәфәүиҙәр]] яуап итеп 30 000 кешенән торған армияны ебәрә һәм уңышҡа өлгәшә. Шуға ҡарамаҫтан, һөҙөмтәлә һуғышҡа тиклемге статус-кво тергеҙелә: традицияға ярашлы, Сурхай Шамхал хан Гөлмихр бәк улын аманат сифатында [[Исфаһан|Исфаһанға]] ебәрә, һәм уға ҡабаттан үҙенең тәхетенә ултырырға рөхсәт ителә<ref>R. Matthee, «Persia in Crisis. Safavid Decline and the Fall of Isfahan» — p. 121—122</ref>.
 
Ғәббәс II Рус батшалығы менән тығыҙ бәйләнештәр булдыра. Ғәббәс II ғәскәрҙәренең походы ваҡытында Төньяҡ Кавказда рус форпосты — Сунжен төрмәһе — яндырыла. 1664 йылда урыҫ сауҙагәрҙәренә фарсы биләмәләрендә ирекле сауҙаға ташламалар бирә.