Бусаргин Николай Матвеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Биографияһы: күренеште төҙәтеү
7 юл:
Тулы булмаған урта белемле. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Дәүләкән районының Асылыкүл МТС-ында тракторсылар бригадаһы бригадиры ярҙамсыһы булып эшләй.
 
[[1939 йыл]]да Дәүләкән райовенкоматы тарафынан [[Ҡыҙыл Армия]] сафына алына. [[Бөйөк Ватан һуғышы]] фронтында — [[1941 йыл]]дан. [[1942 йыл]]да кесе лейтенанттар курсын, [[1944 йыл]]да — «Выстрел» курсын тамамлай. [[1945 йыл]]дан [[[[КПСС]]|ВКП(б)]] ағзаһы.
 
[[Лейтенант]] Н. М. Бусаргин [[Чехословакия]] өсөн алыштарҙа айырыуса айырылып тора. [[1945 йыл]]дың [[23 март]]ында үҙенең ротаһы менән Комарно ҡалаһы эргәһендә Дунай йылғаһына сыға һәм гитлерсыларға сигенеү юлын киҫә. 29-ынан 30-ына ҡараған төндә ротаһы дошмандың көслө миномет һәм пулемет уты аҫтында беренсе булып Дунай йылғаһын аша сығып, плацдармды яулай һәм шунда нығына. Гитлерсыларҙың ротаны йылғаға төшөргә мәжбүр итергә тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа осрай. Дошман пехотаһының танкылар, үҙйөрөшлө орудиелар һәм бронетранспортерҙар ярҙамындағы барлыҡ һөжүме кире ҡағыла, дошман күп юғалтыу кисерә. Н. М. Бусаргин һәр саҡ үҙенең өлгөһө менән яугирҙарҙы дәртләндерә. Ротаның контрһөжүме гитлерсыларҙы траншеяларҙан ҡыуып сығара һәм, сигенгән дошманды ҡыуа барып, Комарно ҡалаһына инә һәм дивизия частарына юл аса.