Һары ла сәс (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Һары ла сәс''' (''Һарылай сәс'', ''Гөлбаҙыян'') — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй..." исемле яңы бит булдырылған

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
==Риүәйәте==
'''Ғата Сөләймәновтың ғилми мираҫынан.'''

Яу ҡайтарырға йыйылғн һыбайлыларға йөҙ башы Ишнияз оҙатырға килеүселәргә ике сәғәт миһелләт бирелеүе тураһында иғлан итә, йәғни хушлашыу сараһына саҡыра. Оҙата килеүселәр һыбайлы егеттәргә бүләк итеп ҡулъяулыҡтар, янсыҡтар, йөндән бәйләнгән бирсәткәләр, ойоҡбаштар, ә ҡайһы берҙәре вәғәҙә бүләге итеп балдаҡ, йөҙөк, беләҙек бирешеүҙәр башлана. Олораҡ яугирҙар көрәгәләр янына килеп, ҡымыҙ эсә башлаған, ә йәштәре ҡыҙ-ҡырҡын менән уҡмашып уйын-көлкө башлап ебәргәндәр. Шул саҡ, ҡурайға ҡушылып, бер ҡатын, бер яугирға ҡымыҙ биреп, йырлаған, ти:
{{refbegin|2}}
Юл 78 ⟶ 79:
: Кем күкрәккәйенә һалырһың?

{{refend}}
Йырлап бөткәс тә, Ишнияз атына һикереп меңгән дә, һарылай сәсе менән хушлашып, яуға киткән<ref>Азат Байсурин, Рәшит Шәкүр. Һарылай сәс (Гөлбаҙыян). Ғата Сөләймәновтың ғилми мираҫынан. Совет Башҡортостаны. 24 октябрь 1992 йыл. 211-се һан</ref>.
==Йырҙың тексы==
{{refbegin|3}}
''Ҡыҙ:''
: Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк,

: Мәргән дә үк булһаң, ат, егет,

: Ҡара ла ҡашым, ыласыным,

: Йәш йөрәгең баҫылһын.

: Мал биреп үк һөйгән йәрең түгел,

: Таң һыҙылып килә лә, ҡайт, егет.

''Егет''
: Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк,

: Мәргән үк булһам да, атмайым.

: Һары ла сәсем, ҡыйғас ҡашым,

: Йәш йөрәгем баҫылмай.

: Таң һыҙылыу түгел, ҡояш батһын,

: Таңһыҡтарым ҡаемай ҡайтмайым.

''Ҡыҙ:''
: Ҡыҙарып та таңдар ата икән.

: Егет танһыҡтары ҡана икән.

: Үпкәләмә, ҡара ҡаш, әйткәнгә,

: Үкенерһең һары сәс киткәнгә.

: Мәргән генә егеттең һүҙкәйе

: Йөрәктәргә уттар һала икән.

''Егет''
: Ултырсы ла, сәсең бер үрәйем,

: Торсо, һары сәс, буйың күрәйем.

: Һары ла сәсең үреп һал да

: Оҙатып уҡ тороп ҡал.

: Сәскенәйең оҙон, буйың һылыу.

: Һөйгәнеңде нисек беләйем?

''Ҡыҙ:''
: Көмөш йөҙөгөңдө һурып бир,

: Йәнем алып ҡалды тиерһең.

: Һары ла сәсем үрермен дә,

: Һине йәндәй күрермен.

: Яҡын килсе, йәнем, бер үбәйем,

: Һөйгәнемде шунан белерһең.

''Егет''
: Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк,

: Мәргән үк булһам да, атмайым.

: Үпкәләмә, Һары сәс, һүҙемә лә,

: Тура ҡара минең күҙемә.

: Ҡояш сыҡмағайы, ай ҙа ҡалҡһын,

: Яңғыҙ килеп, яңғыҙ ҡайтмайым!
<ref>Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, 1992. 104 бит</ref>.
{{refend}}
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
== Һылтанмалар ==
* Азат Байсурин, Рәшит Шәкүр. Һарылай сәс (Гөлбаҙыян). Ғата Сөләймәновтың ғилми мираҫынан. Совет Башҡортостаны. 24 октябрь 1992 йыл. 211-се һан.
[[Категория:Башҡорт телендә йырҙар]]
[[Категория:Башҡорт халыҡ йырҙары]]
[[Категория:Башҡорт халыҡ ижады]]
[[Категория:Башҡорт фольклоры]]