Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы''' (24 октябрь 1966)  — яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (). «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән (2006). Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы (2012)<ref>http://www.bashinform.ru/news/520022-v-soyuze-pisateley-bashkortostana-popolnenie/В Союзе писателей Башкортостана — пополнение </ref>.
 
== Биографияһы ==
Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева 1966 йылдың 24 октябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Баймаҡ районы]]ның [[Бөрйәнйылға]] ауылында тыуған. [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның филология факультетын тамамлаған. Балалар баҡсаһында  — тәрбиәсе, [[Шишмә районы|Шишмә]] һәм [[Йылайыр районы|Йылайыр райондарында]] уҡытыусы булып эшләй. Хәҙерге көндә «Ауыл уттары» Йылайыр район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире. Уның хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан алып район һәм республика матбуғатта баҫылып сыға. Беренсе китабы  — «Сиселмәгән сер»  — 2004 йылда нәшер ителә.
 
Әҙибә үҙенең әҫәрҙәрендә мәңгелек темаларҙы, мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем проблемаларын аса, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тураһында һөйләй.
Яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева бик йыш осраша үҙенең уҡыусылары менән, уларҙан көс-дарман ала, бөгөнгө заман кешеләренең уй-хистәрен йөрәге аша үткәреп, түкмәй-сәсмәй халҡына кире ҡайтара. Әҙибә менән сираттағы бер осрашыуҙан һуң яҡташы ошондай һүҙҙәр яҙған:
: «Ғаиләһендә биш балаға ғүмер бүләк итеүсе әсәй, һөйгән йәренә ҡәҙерле ҡатын, ҡәйнәһенә егәрле килен, туғандары өсөн өҙөлөп торған һөйөклө зат, уҡыусылары йөрәгенә изгелек сәсеүсе уҡытыусы, ижад ҡомарын сайпылтмай гәлсәр күңелендә һаҡлаусы яҙыусы ул — Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы»<ref>[http://yuldashfm.ru/ru/zolfir-kazakbaevanyn-hyyalga-ilter-hukmak-kitaby] Юлдаш радиоһы</ref>.
 
== Төп әҫәрҙәре ==
* Сиселмәгән сер ( Неразгаданная тайна).Өфө, 2004;
* Хыялға илтер һуҡмаҡ (Тропа счастья).Өфө, 2011;
* Тормош дауам итә (Жизнь продолжается).//Башҡортостан.- 2011.- 12 июль;
* Мәрхәмәтле булһын яҙмыш.(Судьба благосклонна).Өфө,2016.
 
== МаҡтауҡлыМаҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
* Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы ().
* «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән (2006).
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Сығанаҡтар ==
* Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
* [https://infourok.ru/bashort-bite-kgend-bayma-yondoari-krgm-didaktik-ullanma-1295617.html Башҡорт әҙәбиәте күгендә — Баймаҡ йондоҙҙары]
* [http://yuldashfm.ru/ru/zolfir-kazakbaevanyn-hyyalga-ilter-hukmak-kitaby] Юлдаш радиоһы.
* [http://bashgazet.ru/obshestvo/10441-ebee-gzit-bit-ul.html “Үҙебеҙҙең«Үҙебеҙҙең гәзит бит ул!»]
* [http://libmap.bashnl.ru/node/1083 Литературная карта Республики Башкортостан]
[[Категория:1966 йылда тыуғандар]]