Бутан тарихы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: Бенгалия → Бенгал using AWB
ә clean up, replaced: Бихар → Биһар (2) using AWB
6 юл:
XIX быуатта илдең дөйөм ҡабул итеп алынған «Бутан» атамаһы, фараз буйынса, йә ''Bhotaant'' («Bhot» — Тибеттың һинд атамаһы) санскрит һүҙенән, йә ''Bhu-uttan'' («бейек таулыҡ») һүҙенән барлыҡҡа килгән. XVII быуаттан Бутандың традицион атамаһы — Друк-Юл («аждаһа кешеләренең иле»).
 
Ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, тарихҡаса осорҙа был территорияла монпа (''Monpa'') халҡының вәкилдәре йәшәгән, улар тибет йәки монгол халыҡтарына инмәй. Мон-Юла халҡы шаманизмды тотҡан. Риүәйәттәргә ярашлы, был дәүләттең һуңғы йылдарында Мон-Юла хакимы хәҙерге [[Һиндостан]]дың [[Ассам]], [[Көнбайыш Бенгал]] һәм [[БихарБиһар]] территорияларын бойһондороп «дуарҙар» үҙәне районына баҫып инә.
 
== Буддизмдың үтеп инеүе ==
26 юл:
 
== Инглиздәрҙең ҡыҫылыуы ==
1772 йылда Бутан ғәскәрҙәре Куч-БихарБиһар кенәзлеген биләгәс, уның раджаһы [[Британ империяһы]] вәкилдәренән ярҙам һорай һәм Бутан ғәскәрҙәре кенәзлектән ҡыуыла. 1774 йылдың 25 апрелендә Тибет булышлығы менән [[Британ Һиндостаны]] генерал-губернаторы Уоррен Гастингс һәм Бутан раджаһы менән солох килешеүе төҙөлә, уның буйынса раджа Куч-Бехарға һөжүмдәрен туҡтатырға вәғәҙә бирә. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Бутанда инглиз дипломатик агенты Джордж Богль була, ул был ил тураһында күм яңы мәғлүмәттәр йыя.
 
1838 йылда инглиздәр [[Ассам]]ды үҙ биләмәләренә ҡуша. 1837—1838 йылдарҙа капитан Пембертон бутанлыларҙың Ассамға һөжүмдәрен туҡтатыу тураһында һөйләшеүҙәре уңышһыҙ тамамлана, шунлыҡтан 1840 йылда инглиздәр Бутандан Ассамға алып барған 7 үткәүелде (Ассам Дуарҙарын) биләйҙәр.