Ғилманов Фитрат Абдулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Фитрат Абдулла улы Ғилманов [[1921 йыл]]дың 15 апрелендә [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|Автономиялы Башҡорт Республикаһының]] [[Тамьян-Ҡатай кантоны]]ндағы (хәҙер [[Башҡортостан]]дың [[Әбйәлил районы]]) [[Рауил]] ауылында тыуған.
 
[[1940 йыл]]дан НКВД-ның эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә: айырыуса мөһим сәнәғәт объекттарының һағы, диверсанттар менән көрәш буйынса функциялар башҡара; 1941 йылдың ноябренән — Калинин фронтында саперҙар взводында. 1942 йылдан — [[Ярославль өлкәһе]]ндә станковый пулеметсылар әҙерләү буйынса уҡытыу пунктында взвод командиры ярҙамсыһы. 1945 йылда С. М. Киров исемендәге НКВД эске сик буйы ғәскәрҙәренең хәрби училищеһына йүнәлтелә (Дзауджикау ҡалаһы). 1953 йылдан алып [[Эстония|Эстония ССР-ында]] команда-штаб вазифаларында: командир ярҙамсыһы һәм полк штабы начальнигы. 1958 йылда полк командиры итеп тәғәйенләнә, 1967 йылда- СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәр дивизияһы командиры. 1979 йылдан — отставкала.