Нәжд: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
13 юл:
== Топографияһы ==
[[Файл:Tuwaiq_Escarpment-14h38m25s-k.jpg|справа|мини|Тувайк һырты күренеше. Эр-Рияд горизонт артында.]]
Нәжд — 762 метрҙан 1525 метрға тиклем бейеклектәре булған яйла, ул көнбайыштан көнсығышҡа тәпәшәйә бара. Көнсығыш өлөшөндәге оазистарында тораҡ пункттары урынлашҡан, ә ҡалған өлөшөндә күсмә бәҙәүиҙәр үҙ йолалары буйынса йәшәй. Хаилдән әллә ни алыҫ булмаған игеҙәк тауҙар Аджа менән Сальма һәм үҙәктә төньяҡтан көньяҡҡа табан һуҙылып ятҡан Тувайк һырты топографик йәһәттән иҫтәлекле урын булып тора. Күп һанлы ҡороған йылға улаҡтары (вади) ята: Эр-Рияд янында Хәнифә, көньяҡта Наам, төньяҡта Әл-Ҡасим провинцияһында Эр-Румма, Нәждең көньяғында Әд-Давасир һәм башҡалар. Күпселек ауылдар һәм тораҡ пункттары ҡоро сүллек климаты шарттарында үтә ҡиммәтле ямғыр һыуҙарын йыйырға һәләтле ҡороған йылға улаҡтары тирәләй ултырған. Башҡа ауылдар оазистарҙа урынлашҡан. Нәжд бер нисә районға бүленә, уларҙың һәр береһендә йәшәгән халыҡтың телдәре лә, йолалары ла бер ни тиклем айырыла  — һәр береһенең үҙ диалекты һәм йолалары бар. Эр-Рияд урынлашҡан Әл-Арид иң ҙур райондарҙың береһе. Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстанында Нәжд өс административ районға бүленгән: Хаил, Әл-Ҡасим һәм Эр-Рияд, уларҙың дөйөм майҙаны 554 000 км².
 
== Шулай уҡ ҡара ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Нәжд» битенән алынған