Ноғоманова Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғоманова 1936 йылдың 18 февралендә [[Башҡорт АССР-ы|БАССР-ҙың]] [[Ҡырмыҫҡалы районы]] [[Күлләр]] ауылында тыуған. Райондың төпкөл ауылында көн күргән Ноғомановтар ғаиләһе йыр-моңға маһир ғаилә була. Күмәк балалы ғаиләлә «Тәфтиләү», «Ҡаһым түрә», «Еҙ бүртә», «Һаҡмар», «Ғилмияза» йырҙарын тыңлап-ишетеп үҫә Флүрә. Һуғыштан һуңғы осорға тура килгән йәш үҫмер бала Флүрә лә йырларға ярата. Бейеүгә лә ул оҫта була, Стәрлетамаҡтағы мәҙәни-мәғрифәт училищеһы сәхнәһендә һабаҡташы Фәнзил Сөләймәнов менән «Дуҫлыҡ» бейеүен башҡара, хатта Фәйзи ғәсҡәров уны ныҡышмал рәүештә ансамбленә саҡыра. Әммә йырға һөйөү өҫтөнлөк ала<ref name="Ф. Ноғоманова">[http://bash.bashgazet.ru/litiratura/25333-yyrly-mer-brkkn-yylyly.html Йырлы ғүмер бөрккән йылылыҡ]</ref>.
 
Флңрә Ноғоманова Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Ғүмер буйы оло ихтирам менән ифрат талапсан уҡытыусыһы [[Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы|Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаны]] иҫкә ала, балаларҙа тәбиғәттән бирелгән тауышты, моңдо боҙмайынса тышҡа сығарыу өсөн уның намыҫлы һәм фиҙәҡәр хеҙмәтен. Үҙе лә уҡытыусыһынан үрнәк алып, йәш йырсылпрҙы әҙерләгәндә ошо алымдарҙан тайпылмаҫҡа тырыша, уҡыусыларын үҙ балалары һымаҡ яҡын күреп, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙа<ref name="Ф. Ноғоманова"></ref>.
 
Артабан [[Ҡазан]] консерваторияһында белем ала (1967 йылда тамамлай; Н. Н. Лучинина класы) 1972 йылға тиклем һәм 1983—2011 йылдарҙа [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда уҡыта, 1972—1983 йылдарҙа — [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] солисы.
15 юл:
 
Милли спектаклдәрҙә үҙенсәлекле, төрлө характерлы образдар ижад итә: Гөлмәриә («Ағиҙел тулҡындары»; дебют, тәүге башҡарыусы, 1972), Яланбикә («Дауыл»), Шәмсиә («Ҡоҙаса», З.Ғ.Исмәғилев), Ҡуйһылыу, Ҡарасәс («Урал илселәре»), Көнбикә («Салауат Юлаев»).
Концерт репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары ([[Ағын һыу (йыр)|«Ағын һыу»]], [[Ашҡаҙар (йыр)|«Ашҡаҙар»]], [[Ғайса ахун (йыр)|«Ғайса ахун»]], [[Ғилмияза (йыр)|«Ғилмияза»]], [[Ильяс (йыр)|«Ильяс»]], [[Хисам (йыр)|«Хисам]]», [[Элмәлек (йыр)|«Элмәлек»]]), башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре. СССР-ҙың халыҡ артисы Т. А. Милашкина менән сығыш яһай. Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (1969). СССР буйлап гастролдәрҙә була.
 
Уның уҡыусылары араһында билдәле йырсылар — Башҡортостандың халыҡ артисы — [[Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы|Ф.Ә. Килдейәрова]], [[Й. Ә. Әбделмәнов]], Башҡортостандың атҡаҙанған артисы [[Р. Р. Әминева]], Л.Ғ.Әхмәтйәнова һәм башҡалар.
23 юл:
 
== Әҙәбиәт ==
Т* р о и ц к а яТроицкая Л. Н., А х м а д и е в аАхмадеева Р.  Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992.
 
== Һылтанмалар ==