Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Хәтер: яңы мәғлүмәт
15 юл:
== Әҙәби ижады ==
Рәми Ғарипов ижады матбуғатта 1950 йылдан күренә башлай. Уның «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур.
 
1957 йылда [[Туған тел (Рәми Ғарипов шиғыры)|«Туған тел»]] шиғырын ижад итә.
 
Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай.
 
Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн [[милләтселек]]тә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған «Табыныу» поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә.
 
Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш [[тел]]гә алына. Мәҫәлән: «([[башҡорт]]) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ»; «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» һ.б.
 
[[1977 йыл]]дың 20 февралендә вафат була, Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән<ref>[http://pomnim.me/search/?info=be7cd8bc-7da8-11e8-8ce3-00199984c65f Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында Рәми Ғәрипов ҡәбере]</ref>.