Шайморатова Әсмә Сабир ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
Элекке ваҡытта Әсмә Шайморатованың йырҙарын башҡорт радиоһында бик йыш тапшырғандар. Һәр йортта әлеге тапшырыуҙарҙы көтөп алыр булғандар, шулай итеп, тыңлаусыларҙың музыкаль культураһын тәрбиәләүҙә һәм башҡорт йырын пропагандалауҙа Әсмә Сабир ҡыҙы ҙур роль уйнай.
 
[[1972 йыл]]да «Мелодия» Бөтә Союз фирмаһында Әсмә Шайморатованың тәүге ҙур пластинкаһы донъя күрә, бында композиторҙар [[Рәхимов Камил Йософ улы|К. Й. Рахимов]], [[Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы|Х. Ф.Әхмәтов]], [[Мортазин Рәүеф Әхмәт улы|Рәүеф Мортазин]] һәм [[Исмәғилев Заһир Ғариф улы|З. Ғ. Исмәғилев] йырҙары, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары урын ала. Йырҙар араһында бик һирәк иштетелгән халыҡ йырҙары ла иғтибарҙы йәлеп итә: [[Ҡара Сурай|«Ҡара Сурай»]], [[Хисам (йыр)|«Хисам»]], [[Ҡаһарман кантон (йыр)|«ҠаһарманҠәһәрман кантон»]], [[Һаҡмар (йыр)|«Һаҡмар»]] һәм башҡалар.
 
Халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа Әсмә Шайморатова үҙенең йырлау һәләтен, бай вокаль мөмкинлектәрен, юғары музыкаль һәм опера культураһын, башҡорт халҡының үҙенсәлектәрен тулы мәғәнәлә аңлап ҡуллана. Шуға күрә йырсы тамашасы һөйөүен яулауға өлгәшә. Әсмә Шайморатованан һуң башҡорт халыҡ йырҙары концерт репертуарҙарына инә башлай, уларҙы ҙур уңыш менән [[Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы|Рәшиҙә Әхмәҙиева]], [[Сәлиғәскәрова Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы|Мәғәфүрә Сәлиғәсҡәрова]], [[Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы|Нажиә Аллаярова]], [[Флүрә Ноғоманова]], [[Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы|Ғәлиә Солтанова]] башҡара башлайҙар<ref name="Юбилей"></ref>.