Булат Ишемғол: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
23 юл:
 
== Биографияһы ==
Ғабдрахман Закир улы Ғабдрахманов (псевдонимы Булат Ишемғол) [[1900 йыл]]дадың 16 февралендә [[Ырымбур губернаһы]] (хәҙер Башҡортостандың Ейәнсура районы)[[Яңы Себенле]] ауылында тыуған.
 
Ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. 2016 йылдан алып [[Ғәлиә мәҙрәсәһе|«Ғәлиә» мәҙрәсәһе]] янындағы әҙерлек курсында уҡый. [[Бөйөк Октябрь революцияһы|Октябрь революцияһына]] тиклем мөғәллим булып эшләй.
1938 йылда репрессиялана, атыла.
 
1918—1919 йылдарҙа [[Рәсәйҙә Граждандар һуғышы|Граждандар һуғышы]] фронттарында ҡыҙылдар яғында һуғыша.
 
1919 йылдан алып Юрматы һәм Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантондарының хәрби комиссариаты сәйәси бүлегенең начальнигы була; 1921 йылдан — Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ВЛКСМ-дың Башҡорт өлкә комитетының сәйәси-ағартыу бүлеге мөдире, 1924 йылдан — РКП(б)-ның Башҡорт өлкә комитеты матбуғат секторы инструкторы, һуңынан — мөдире, 1925 йылдан 1929 йылға тиклем — Башҡорт китап нәшриәте директоры.
 
«Йәш юҡсыл» (хәҙер «Йәшлек») йәшлек гәзитен ойоштороусыларҙың береһе.
 
1930-сы йылдарҙа — [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Башҡортостан Яҙыусылар союзы|Яҙыусылар союзы]] идаралығы рәйесенең урынбаҫары, «Октябрь» [[(Ағиҙел (журнал)|«Ағиҙел»)]], «Дәһри» («Атеист») журналдарының мөхәррире.
 
«Башҡорт милләтсеһе» булараҡ репрессиялана. 1938 йылдың 11 ғинуарында ҡулға алына. РСФСР Енәйәт Кодексының 58-10, 58-11 статьялары буйынса ғәйепләнә һәм атып үлтереүгә хөкөм ителә. Хөкөм [[1938 йыл]]дың 10 июлендә үтәлә. [[1956 йыл]]да аҡлана.
 
Булат Ишемғолдоң өс ҡыҙы була: Аврора, Карина, Клара. Клара Булат ҡыҙы [[Франция]]ла йәшәй.
 
== Әҙәбиәт ==