Дипломатия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
45 юл:
 
== Дипломатия тарихынан мәғлүмәт ==
Төрлө кимәлдәге мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу ысулы булараҡ дипломатия тәү тормош кешеләре араһында ла булғандыр, тип фараз ителә. Мәҫәлән, ике ҡәбилә араһындағы үлемесле бәрелештәр ваҡытында яралыларҙы йыйыу, үлгәндәрҙе ерләү өсөн ҡапма-ҡаршылыҡты аҙға булһа ла туҡтатып тороу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барылған. Был шарттарҙа әгәр ҙә бер яҡтың вәкиле үҙ хәбәрен еткереп, тәғәйенләнгән бурысын үтәгәнсе юҡ ителһә, бындай аралашыуҙар тормошҡа ашмаҫ ине. Шуға ла боронғо замандарҙан уҡ был һөйләшеүселәр айырым хоҡуҡ һәм өҫтөнлөктәр менән файҙаланған. Бөгөнгө барлыҡ дипломатик хеҙмәткәрҙәрҙең именлеккә һәм тейелһеҙлеккә (дипломатик иммунитетҡа) эйә булыуы нәҡ ошо йоланан башланған<ref name="Никольсон" />.
 
Эшсе көстәр һанын тулыландырыу маҡсатында даими рәүештә баҫып алыу һуғыштары алып барылған ҡол биләүселек йәмғиәтендә тышҡы сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа башлыса хәрби саралар ҡулланылған. Ара-тирә илселектәр дипломатик бәйләнештәр нигеҙендә айырым дәүләттәргә тәғәйен бурыс менән үҙ вәкилдәрен ебәргән, эштәрен тамамлағас, улар кире әйләнеп ҡайтҡан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Дипломатия» битенән алынған