Дипломатия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
20 юл:
 
== Атаманың ҡыҫҡаса мәғәнәһе ==
«Дипломатия» атамаһы боронғо [[грек теле]]ндәге «δίπλωμα» һүҙенән алынған тигән фараз бар, [[Урыҫ теле|урыҫсаға]] бермә-бер әйләндергәндә, эшләнелгән хәрәкәт мәғәнәһендә «удваиваю» тигәнде аңлата. [[Француз теле]]ндәге «diplôme» һүҙенә бәйләп тәржемәләгәндә, [[урыҫ теле]]ндә «сложенный вдвое лист» или «документ» тигән мәғәнәгә эйә. [[Башҡорт теле|Башҡортсаға]] — «икегә бөкләнгән рәсми ҡағыҙ», «документ» тип ауҙарырға була. Хәҙер киң ҡулланылған һөнәри белем һ.б. тураһындағы таныҡлыҡты аңлатҡан дипломдың сығышы нәҡ шунан<ref name="Попов">{{cite web| author =Попов В.И.| authorlink =| coauthors =| date =| url =http://review3d.ru/popov-v-i-sovremennaya-diplomatiya-teoriya-i-praktika| title =Современная дипломатия - теория и практика| format =Курс лекций, читанных в Дипломатической академии МИД РФ| work =| publisher =М: "Научная книга", 2000| accessdate =2013-5-29| lang =ru| description =| archiveurl =https://www.webcitation.org/6H0CDUtsW?url=http://review3d.ru/popov-v-i-sovremennaya-diplomatiya-teoriya-i-praktika| archivedate =2013-05-30}}</ref>.
 
Һүҙҙең «дипломатия» тип ҡулланылған төрөнөң, беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, мәғәнәүи яҡтан [[Боронғо Греция]]ға барып тоташыуы нигеҙлерәк. Сөнки унда вәкилдәргә, һуңыраҡ төрлө һөйләшеүҙәргә юлланыусы илселәргә, уларҙың хоҡуҡтарын һәм вәкәләтлектәрен раҫлаған ышаныс ҡағыҙҙары итеп боронғо яҙыу тамғалары төшөрөлгән икегә бөкләнгән таҡта киҫәктәре бирер булғандар. Улар һөйләшеү алып барыласаҡ яҡтың был эш өсөн яуаплы кешеләренә тапшырылған. «Дипломатия» һүҙенең бөгөнгө төп мәғәнәһе нәҡ бына шунан килә.
26 юл:
«Дипломатия» һүҙенең донъяның барлыҡ телдәренен дә тиерлек көндәлек телмәрендә төрлө ҡулланышта булыуын һәм бер-береһенә бөтөнләй алыҫ булған мәғәнәләрҙә йөрөүен дә әйтеп үтергә кәрәк. Был бигерәк тә матбуғат саралары — гәзит һәм журналдарға, радио һәм телевидение теленә ҡағыла. Текстан сығып, мәҫәлән, был атама дәүләттең тышҡы дөйөм сәйәсәтен, икенсе осраҡта алып барылған халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙе, хатта уларҙы ойоштороу тәртибен һәм ҡатнашыусыларын да аңлатырға мөмкин. Дәүләттең [[Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы|сит ил эштәре министрлығы]] составына ингән, әммә сит илдә урынлашҡан учрежденеларҙы ла шул уҡ һүҙ менән һөйләргә була. Әлбиттә, халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙә ыңғай уңышҡа алып килгән һөйләшеүҙәрҙе алып барыусыларҙың һәләтен баһалаған һәм күптәребеҙ күнеккән мәғәнәне көндәлек ысынбарлыҡта ниндәйҙер ғәҙәти эш башҡарып яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүсегә ҡарата ла, бигерәк тә уның ҡаҙанышы ниндәйҙер аралашыуҙар эҙемтәһе булғанда, ҡулланырға мөмкин. Ниндәйҙер насар маҡсат тотоп өлгәшелгән уңыш «дипломатия» һүҙенең кире мәғәнәһенә лайыҡ була. Тел белгестәре билдәләүенсә, хәҙерге замандағы аралашыу барышында «дипломатия» атамаһының әйтеп кителгән биш төрлө аңлатмаһы ла [[инглиз теле|инглиз телле]] илдәрҙә әүҙем ҡулланылышта.
 
Бөгөнгө мәғәнәлә был атама XVI быуат аҙағында телмәр әйләнешенә индерелә: уны тәү тапҡыр [[Англия]]ла 1645 йылда ҡулланалар. Һуңыраҡ бөйөк [[немецтар|немец]] ғалимы [[Готфрид Лейбниц]] «дипломатик» тигән аңлатманы ([[латин теле|латинса]] «diplomaticus») 1693 йылда үҙе нәшер иткән "Дипломатик хоҡуҡ ҡанудары йыйынтығы"на ([[урыҫ теле|урыҫса]] «Свод дипломатического права» ([[немец теле]]ндә — «Codex Juris Gentium Diplomaticus») индерә<ref name="Никольсон">{{cite web| author =Никольсон Г.| authorlink =| coauthors =| date =| url =http://www.studmed.ru/nikolson-g-diplomatiya_002f2ac9cb6.html| title =Дипломатия| format =Перевод с английского под редакцией и с предисловием [[Трояновский, Александр Антонович|А. А. ТРОЯНОВСКОГО]]| work =| publisher =М: О Г И 3. ГОСУДАРСТВЕННОЕ ИЗДАТЕЛЬСТВО ПОЛИТИЧЕСКОЙ ЛИТЕРАТУРЫ, 1941| accessdate =2013-5-29| lang =ru| description =| archiveurl =https://www.webcitation.org/6H0CEGvmL?url=http://www.studmed.ru/nikolson-g-diplomatiya_002f2ac9cb6.html| archivedate =2013-05-30}}</ref>. Вместе с тем существуют также другие определения понятия «дипломатия»<ref name="Попов" />. Шунан башлап дипломатия — «халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы» тигән аңлатма менән йөрөй. Шулай ҙа, тулыһынса бөгөнгө мәғәнәләге атаманы [[Людовик XIV]] — нең бер нисә дәүләттәге илсеһе булған [[Франция|француз]] дипломаты [[Франсуа Кальер]] беренсе булып ҡуллана. Үҙенең 1716 йылда баҫтырған «Дәүләт башлыҡтары менән һөйләшеү ысулдары» ([[урыҫ теле|урыҫса]] «О способах ведения переговоров с государями» тигән китабында «дипломатия» хаҡында тулыһынса бөгөнгө мәғәнәлә һүҙ алып бара. Әйткәндәй, был әсбап күп дипломатик мәктәптәрҙә йәш дипломаттар әҙерләү өсөн ҡулланма булыуҙан әле лә туҡтамаған.<ref name="Сатоу">{{книга
|автор = Сатоу, Эрнест
|часть =
|заглавие = Руководство по дипломатической практике
|оригинал =
|ссылка =
|издание =
|ответственный =
|место = М.
|издательство = Издательство Института международных отношений
|год = 1961
|страницы =
|страниц = |isbn = }}</ref>.
.
 
Баҫмала «дипломатия» — «билдәле тәғлимәткә нигеҙләнгән һәм юғары әхлаҡ ҡағиҙәләренә ҡоролған һөйләшеүҙәр алып барыу маһирлығы» тип билдәләнә. Быға тиклем [[Боронғо Греция]] менән [[Боронғо Рим]] замандарынан, шулай уҡ [[Византия]] менән [[Урта быуаттар осоро]]нан халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙәге юғары кимәлгә ҡуйылған алдашыу һәм ялғанға [[Кальер]] «аҡылға һәм рухилыҡҡа ҡоролған ғәҙел һәм намыҫлы һөйләшеүҙәр»ҙе ҡаршы ҡуя<ref name="Попов" />.
[[Файл:Дыпламатычны кодэкс 1758 1.jpg|мини|Дипломатия кодексы, 1758 йыл]].
 
== Дипломатия тарихынан мәғлүмәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Дипломатия» битенән алынған