Ғилманов Фитрат Абдулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
Фитрат Абдулла улы Ғилманов [[1921 йыл]]дың 15 апрелендә [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|Автономиялы Башҡорт Республикаһының]] [[Тамьян-Ҡатай кантоны]]ндағы (хәҙер [[Башҡортостан]]дың [[Әбйәлил районы]]) [[Рауил]]ауылында тыуған.
 
[[1940 йыл]]дан НКВД-ның эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә: айырыуса мөһим сәнәғәт объекттарының һағы, диверсанттар менән көрәш буйынса функциялар башҡара; 1941 йылдың ноябренән — Калинин фронтында саперҙар взводында. 1942 йылдан — [[Ярославль өлкәһе]]ндә станковый пулеметсылар әҙерләү буйынса уҡытыу пунктында взвод командиры ярҙамсыһы. 1945 йылда С. М. Киров исемендәге НКВД эске сик буйы ғәскәрҙәренең хәрби училищеһына йүнәлтелә (Дзауджикау ҡалаһы). 1953 йылдан алып [[Эстония|Эстония ССР-ыында]]нда команда-штаб вазифаларында: командир ярҙамсыһы һәм полк штабы начальнигы. 1958 йылда полк командиры итеп тәғәйенләнә, 1967 йылда- СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәр дивизияһы командиры. 1979 йылдан — отставкала.
 
НКВД ғәскәрҙәренең [[Һарытау]] хәрби училищеһын — 1945 йылда, К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһын 1953 йылда тамамлай.
 
Аҙаҡҡы ваҡыт [[Курск]] ҡалаһында йәшәгән<ref>[https://arc.familyspace.ru/archive/pobediteli_ru_6/p1828 Победители. РУ, страница 1828]</ref>.
 
== Наградалары ==
* [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены]] (1963)
* Миҙалдар
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
* Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, "«Башкирская энциклопедия"», 2013. 142 бит.
[[Категория:Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар]]
[[Категория:Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары]]