Кареев Андрей Андреевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
19 юл:
| Гражданство = {{RUS}}
| Дата рождения = 19.11.1994
| Место рождения = [[Рәсәй]], {{МР|Новокузнецк|НовокузнецктаНовокузнецкиҙа}}, [[Рәсәй]]ҡалаһы
| Дата смерти =
| Место смерти =
28 юл:
}}
 
'''Кареев Андрей Андреевич Кареев''' ([[19 ноябрь]] [[1994 йыл]], [[Новокузнецк]], [[Рәсәй]]) — [[Рәсәй]] хоккейсыһы, ҡапҡасы. Новокузнецкиҙан [[Металлург (хоккей клубы, Новокузнецк)|«Металлург»]] командаһының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта [[Континенталь хоккей лигаһы]]нда сығыш яһаған [[Салауат Юлаев (хоккей клубы)|«Салауат Юлаев»]] хоккей клубының уйынсыһы.
 
== Карьера ==
36 юл:
«Кузнецкие Медведи» составында Андрей 2011 йылда күнекмәләрҙә ҡатнаша башлай<ref>[https://www.sports.ru/hockey/103798450.html Первый номер драфта КХЛ-2011 начнет предсезонку с «Кузнецкими Медведями»]</ref>. Әммә август айында ул йәрәхәте арҡаһында бер ярым айға сафтан сыға<ref>[https://www.sports.ru/hockey/115372421.html Хоккеисты «Кузни» Кокшаров, Голубцов и Кареев получили травмы]</ref>. [[2012 йыл]]дың 6 сентябрендә Андрей «Кузнецкие Медведи» өсөн [[Йәштәр хоккей лигаһы]]ндә тәүге уйынын үткәрә, 11 сентябрҙә лигала тәүге еңеүен яулай, ә 24 сентябрҙә «Снежные Барсы» командаһына ҡаршы уйында тәү тапҡыр ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра. Шул даими чемпионатта Кареев 34 осрашыуҙың 17-һендә еңә, 3 тапҡыр бер уйында бер гол да үткәрмәй һәм бер һөҙөмтәле пас бирә. «Кузнецкие Медведи» Харламов кубогы өсөн плей-оффтың тәүге раундында «Омские Ястребы» хоккей клубына серияла 0-3 иҫәбе менән отола, ә Андрей ике уйында ҡатнаша. Континенталь хоккей лигаһының плей-офф уйындарына эләкмәгән командалар өсөн уҙғарылған Өмөт кубогында «Металлург» өсөн бер уйынға заявкаға индерелә, әммә боҙға сыҡмай.
 
[[2013 йыл]]дың 31 октябрендә ул [[Юғары хоккей лигаһы]]нда НовокузнецктыңНовокузнецкиҙың фарм-клубы «Ариада» өсөн лигала тәүге һәм шул миҙгелдә берҙән-бер уйынын үткәрә. «Кубань» хоккей клубына ҡаршы осрашыуҙың 56-сы минутында йәш голкипер майҙансыҡта Юрий Лаврецкийҙы алмаштыра һәм ҡалған ваҡытта бер гол да үткәрмәй. ЙХЛ даими чемпионатында Андрей 18 уйындың етәүһен еңә һәм бер тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. «Кузнецкие Медведи» плей-оффтың икенсе раундына етәләр һәм шунда көрәштән төшөп ҡалалар, ә Кареев ете уйындың икәүһендә еңә.
 
2014/2015 йылдар миҙгеле алдынан үткән КХЛ турнирҙарында Андрей «Металлург» өсөн дүрт уйын үткәреп өлгөрә. [[2014 йыл]]дың 6 сентябрендә «Себер» командаһына ҡаршы уйынында Андрейҙың КХЛ-да дебюты була. Әммә уйын уңышлы булмай: баш тренер уны өс үткәргән шайбанан һуң Илья Сорокинға алмаштыра. 5 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» командаһына ҡаршы уйында ул тәүге еңеүен яулай. Бөтәһе шул миҙгелдә ул КХЛ-да 8 уйын үткәрә, ә «Металлург» плей-оффҡа эләкмәй. Шулай уҡ Андрей ЮХЛ-да «Зауралье» өсөн ике уйын уҙғара һәм икәүһендә лә еңеү яулай, берәүһендә бер гол да үткәрмәй, икенсеһендә һөҙөмтәле пас бирә. Ә ЙХЛ-да «Кузнецкие Медведи» өсөн Харламов кубогының ике осрашыуында ҡатнаша.
43 юл:
 
2016 йылдың 23 декабренә тиклем Андрей «Металлург» өсөн 28 уйын үткәрә һәм алтауһында еңеү яулай. 14 ноябрҙә ул клуб менән 2019 йылға тиклем килешеүен оҙайта<ref>[http://www.metallurg-nk.ru/club/news/1563/ «Металлург» продлил контракт с Андреем Кареевым]</ref>. Әммә ул Новокузнецкиҙа ҡалмай һәм команданан КХЛ дедлайны ваҡытында китә.
 
=== «Нефтехимик» (2016—2017) ===
24 декабрҙә Түбәнге Каманан «Нефтехимик» хоккей клубы үҙенә Кареевты алмаштырып ала, уның өсөн ул «Металлург» командаһына [[Хәкимов Рафаэл Рөстәм улы|Рафаэл Хәкимовты]] һәм аҡсалата компенсация бирә<ref>[https://www.sports.ru/hockey/1046886577.html Кареев перешел в «Нефтехимик», Хакимов вернулся в новокузнецкий «Металлург»]</ref>. 27 декабрҙә яңы командаһы өсөн тәүге осрашыуын уҙғара, шул көндә «Нефтехимик» «Северсталь» хоккей клубын 4:3 иҫәбе менә ота. 2017 йылдың 3 ғинуарында Түбәнге Камаға уйнарға «Салауат Юлаев» килә. Шул уйында Андрей ҡапҡаһына һуғылған бөтә 61 һуғыуҙы кире ҡаға — был КХЛ-дың яңы рекорды була. Яңы йылдың тәүге аҙнаһында Андрей өс уйын үткәрә, шуларҙың икәүһендә «ҡоро» еңеү яулай һәм бөтәһе бер гол ғына үткәрә. Шуның өсөн ул аҙнаның иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла<ref>[http://www.khl.ru/news/2017/01/09/335247.html Яңы йылдың тәүге аҙнаһының иң яҡшы уйыесылары]</ref>, шулай уҡ уны «Нефтехимик» көйәрмәндәре ғинуар айының иң яҡшы уйынсыһы тип билдәләй<ref>[https://www.sports.ru/hockey/1048133935.html Болельщики «Нефтехимика» признали Кареева лучшим игроком января]</ref>. «Нефтехимик» Гагарин кубогына эләгә алмай ҡала, ә Кареев был команда өсөн ун алты уйында бөтәһе 29 гол үткәрә һәм өс тапҡыр ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра. Команданың баш тренеры Андрей Назаров Кареевты ҡалдырырға теләй, ә ҡапҡасы Түбәнге Камала ҡалырға теләген белдерә. Тик беренсе майҙа «Нефтехимик» һәм «Металлург» кире ҡапҡасылар менән алмашыналар: Андрей Кареев тыуған ҡалаһына ҡайта<ref>[http://sport.business-gazeta.ru/article/189770 «Нефтехимик» обменял Кареева на Хакимова]</ref>.
 
=== «Салауат Юлаев» (2017—ә.в.) ===
24 майҙа КХЛ директорҙар кәңәшмәһендә «Металлург» хоккей клубы КХЛ составынан сығарыла. Шуға күрә клуб етәкселеге уйынсыларға киләсәген үҙҙәренә һайларға тәҡдим итә. 1 июндә Андрейҙы «Салауат Юлаев» хоккей клубы ҡапҡасы [[Литвинов Андрей Витальевич|Андрей Литвиновҡа]] һәм аҡсалата компенсация өсөн алмаштырып ала<ref>[http://hcsalavat.ru/news/salavat-yulaev/andrey-kareev-perekhodit-v-salavat-yulaev-/ Андрей Кареев переходит в «Салават Юлаев»!]</ref>. Команданың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд, Кареевтың контракты өс йылға эшләнгән, тип иғлан итә<ref>[https://www.sports.ru/hockey/1051780381.html Леонид Вайсфельд: «Контракт с Кареевым рассчитан на три года»]</ref>. «Салауат Юлаев» өсөн тәүге рәсми уйынын Андрей 28 августа «Куньлунь Ред Стар» командаһына ҡаршы уҙғара, шунда ул ике гол үткәрә, ә командаһы еңелә. Миҙгелдең башында Кареев 10 уйында ғына тәүге еңеүен яулай, башҡаларында бөтөнләй еңелеү була ине. Шунан ул рәттән дүрт еңеү яулай һәм 2017 йылдың һуңғы аҙнаһының иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла<ref>[https://www.khl.ru/news/2017/12/31/374460.html 2017 йылдың һуңғы аҙнаһының иң яҡшы уйынсылары]</ref>. Был миҙгелдә барыһы Андрей 21 уйында ҡатнаша, ә «Салауат Юлаев» 2010 йылдан алып тәүгегә дивизионда беренсе урынды яулай һәм Гагарин кубогында конференция ярымфиналына тиклем етә.
Юл 379 ⟶ 381:
* [http://r-hockey.ru/player.asp?TXT=16097 r-hockey.ru сайтында Андрей Кареевтың статистикаһы]
* [http://mhl.khl.ru/players/17768/ ЙХЛ сайтында профиле]
 
{{ХК Салауат Юлаев составы}}
[[Категория:КХЛ хоккейсылары]]