Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
175 юл:
 
1893 йылдың 1 ноябрендә (20 октябре) бөтөнләй һау Чайковский Петербургта Нева проспектындағы элиталы Лейнер ресторанына бара, унда төнгө сәғәт икегә тиклем була. Заказдарҙың береһендә ул һалҡын һыу килтереүҙәрен талап итә. Ҡалала холера арҡаһында эпидимиологик хәлдең насар булыуына ҡарамаҫтан, Чайковскийға ҡайнатылмаған һыу бирәләр. Иртәнсәк 2 ноябрҙә (21октябрҙә) композитор үҙен насар тоя һәм табиб саҡырта. Ауырыу ауыр үтә, һәм Чайковский 6 ноябрҙә (25 октябряҙә) ҡустыһы Модестың фатирында «ҡапыл һәм ваҡытһыҙ» вафат була<ref>''П. И. Чайковскій (некрологъ).'' // «Правительственный Вѣстникъ». 26 октября (7 ноября) 1893, № 235. — С. 2.</ref>. Ерләүҙәр император рөхсәте менән Император театрҙары дирекцияһына йөкмәтелә<ref>«Правительственный Вѣстникъ». 27 октября (8 ноября) 1893, № 236. — С. 1.</ref>, был «берҙән-бер һәм ғәҙәттән тыш миҫал була»<ref name="PrVes1">«Правительственный Вѣстникъ». 29 октября (10 ноября) 1893, № 238. — С. 1.</ref>.
 
Ерләүҙәр 9 ноябрҙә (28 октябрҙә) үтә;ерләү буйынса бөтә сығымдарҙы император [[Александр III]] «Ғали йәнәптәренең үҙ ҡаҙнаһынан» ҡапларға бойора<ref name="PrVes1" />. Ерләүҙә император фамилияһының ике ағзаһы: принц Александр Ольденбургский (Хоҡуҡ белеме училищеһының попечителе) һәм бөйөк кенәз Константин Константинович ҡатнаша<ref name="PrVes1" />. Александро-Невская лавраһында Сәнғәт оҫталары некрополендә ерләнә<ref>{{sfn0|Блинов, Соколов|1994}}.<br>{{sfn0|Познанский|2007}}.</ref>.
 
[[Файл:Tchaikovsky Grave.jpg|thumb|200px|right|<small><center>Композиторҙың ҡәбер ташы,<br>Тихвин зыяраты, [[Санкт-Петербург|Петербург]]</center></small>]]
 
== Иҫкәрмәләр ==