Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
156 юл:
 
1887 йылдың декабрендә Чайковский Петербургта «''Моцартианы''» премьераһы менән дирижерлыҡ итә, ә икенсе көнө үҙенең беренсе сит ил гастроленә сыға. Өс ҡышҡы айҙар дауамында үҙенең әҫәрҙәренән концерттар менән дирижерлыҡ итеп, Лейпциг, Гамбург, Берлин, Прага, Париж, Лондонда була. Гастролдәр Европала уның данын арттыра. [[Лейпциг]]та ул ике концерт бирә: 1887 йылдың 24 декабрендә ''Первая сюита'', ә икенсе көндә «''Памяти великого художника''» һәм ''Первый квартет'' триоһы башҡарыла, Чайковский Эдвард Григ һәм Иоганнес Брамс менән таныша. Прагала ике тапҡыр ҙур ҡаҙаныш менән ике тапҡыр сығыш яһай: Рудольфинум концерт залында «''Руслан и Людмила''» увертюраһы, оркестр менән фортепиано өсөн ''Беренсе концерт'', оркестр менән ''Скрипка өсөн концерт'', ә Опера театрында — ''ҡыллы серенада'', ''Өсөнсө сюитанан'' темалар һәм вариациялар, «''1812 год''» увертюраһы һәм «''Лебединое озеро''» балетынан икенсе акт башҡарыла, Чайковский Антонин Дворжак менән дуҫлаша. Парижда композитор ике тапҡыр дирижерлыҡ итә. Чайковский композиторҙар И. Падеревский, Ш. Гуно, Л. Делиб, Ж. Массне менән таныша. 1888 йылдың 10 мартында Лондонда уның етәкселеге аҫтында «Ҡыллы оркестр өсөн серенада» һәм Өсөнсө сюитаның финалы яңғырай.
 
1888 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында Чайковский Прагала Милли театрҙа «''Евгений Онегин''» премьераһы һәм концерт менән дирижерлыҡ итә, унда ''Бишенсе симфония'' һәм оркестр менән фортепиано өсөн ''Икенсе концерт'' яңғырай.
 
1889 йылдың ғинуар-апрель айҙарында сит илгә икенсе гастроль сәфәре була. Ул Кёльн, Франкфурт, Дрезден, Берлин, Женева, Гамбург, Лондонда сығыш яһай.
 
1891 йылдың 24 мартында АҠШ-тағы гастролдәре алдынан Чайковский ''Өсөнсө сюита'', «''Буря''» симфоник фантазия, «''Оркестр менән скрипка өсөн меланхолик серенада''», «''Славян маршы''» һәм оркестр менән фортепиано өсөн ''Икенсе концертты'' башҡарған Колонна оркестры менән Парижда уңышлы сығыш яһай. 6 апрелдә композитор Нью-Йоркҡа китә. Концерттарҙа шул уҡ программа менән сығыш яһай.
 
== Иҫкәрмәләр ==