Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
136 юл:
 
1877 йылдың декабрендә ул Венециянан фон Меккҡа ''Дүртенсе симфония'' өҫтөндә эшләүе тураһында яҙа. Симфонияның ҡулъяҙмаһында Чайковский ҡулы менән фон Мекк исемен сер итеп һаҡлар өсөн ''«Минең иң яҡшы дуҫыма бағышлана»'' яҙыла. [[Сан-Ремо]]ла Чайковский «''Евгений Онегин''» операһының аҙаҡҡы өлөшө менән мәшғүл була. Рәсәйгә композитор 1878 йылдың апрелендә ҡайта, шунан һуң Мәскәү консерваторияһында урынын ҡалдыра һәм сит илгә китә. [[1878 йыл]]дың ноябрь уртаһынан Чайковский бер ай Флоренцияла банкир Оппенгейм виллаһынан алыҫ түгел йәшәй, унда шул ваҡытта Н. Ф. фон Мекк та йәшәй. Һуңынан ике аҙнаға Парижға, ә 30 декабрҙә Кларанға китә, унда март айына тиклем «''Орлеанская дева''» өҫтөндә эшләй.
 
=== Донъяға танылған йылдары (1879—1893) ===
[[Файл:Plescheevo g dom.jpg|thumb|200px|right|<small> Плещеево усадьбаһы, унда Чайковский 1880 йылдарҙа эшләй</small>]]
1870 йылларҙа юғары ижади уңыштарға ирешеп, «''[[Франческа да Римини (Чайковский)|Франческа да Римини]]''» фантазияһы, Дүртенсе симфония, «''[[Евгений Онегин (опера)|Евгений Онегин]]''» операһы, «''[[Лебединое озеро]]''» балеты, Беренсе фортепиано концерты әҫәрҙәренең авторы булараҡ, Чайковский яңы ун йыллыҡ сиктәрендә ижад өлгөргәнлегенең иң юғары этабына аяҡ баҫа{{sfn|Вайдман, Давыдова, Соколинская|1978|с=7}}.
[[1880 йыл]]да «1812 год» увертюраһы өсөн Чайковский IV дәрәжә Изге Владимир орденына лайыҡ була.
 
1880 йылдар уртаһында Чайковский әүҙем музыка-йәмғиәт эшмәкәрлегенә ҡайта. 1885 йылда ул Рус музыка йәмғиәтен Мәскәү бүлегенең директорҙар советы составына инә. 1880 йылдарҙан Рәсәйҙә һәм сит илдә [[дирижёр]] булараҡ сығыш яһай. Концерт сәфәрҙәре Чайковскийҙы көнбайыш Европа музыканттары менән дуҫлыҡ һәм ижади бәйләнештәрҙе нығыта.
 
1891 йылдың яҙында П. И. Чайковский [[АҠШ]]ҡа бара. Үҙенең әҫәрҙәренең дирижёры сифатында [[Нью-Йорк]]та, [[Балтимор]]ҙа һәм Филадельфияла уңышлы сығыш яһай. Нью-Йоркта ул Нью-йорк симфония оркестры менән [[Карнеги-холл]]ды асыу тантанаһында дирижерлыҡ итә.
 
== Иҫкәрмәләр ==