Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
134 юл:
 
[[1877 йыл]]дың июлендә, «''[[Евгений Онегин (опера)|Евгений Онегин]]''» операһын ижад итеү менән мауығып, Пётр Ильич Чайковский импульсив рәүештә консерваторияның элекке студенткаһы Антонина Ивановна Милюковаға өйләнә{{переход|#Женитьба на А. И. Милюковой|blue}}. Ҡапыл өйләнеү һәм айырылышыү менән бәйле «1877 йыл көрсөгөнән» булған нервылы ярһыу хәлендә, Чайковский ҡустыһы Анатолий оҙатыуында 1877 йылдың 1 октябрендә Швейцарияға китә һәм Женева янындағы Кларанда урынлаша. Мораль һәм мадти ярҙамды был осорҙа уға Надежда фон Мекк күрһәтә, уның менән Чайковский 1876―1890 йылдарҙа хатлаша, әммә шәхсән бер ваҡытта ла осрашмай{{sfn|Academia|с=570—572|loc=1934, Т. 1}}.
 
1877 йылдың декабрендә ул Венециянан фон Меккҡа ''Дүртенсе симфония'' өҫтөндә эшләүе тураһында яҙа. Симфонияның ҡулъяҙмаһында Чайковский ҡулы менән фон Мекк исемен сер итеп һаҡлар өсөн ''«Минең иң яҡшы дуҫыма бағышлана»'' яҙыла. [[Сан-Ремо]]ла Чайковский «''Евгений Онегин''» операһының аҙаҡҡы өлөшө менән мәшғүл була. Рәсәйгә композитор 1878 йылдың апрелендә ҡайта, шунан һуң Мәскәү консерваторияһында урынын ҡалдыра һәм сит илгә китә. [[1878 йыл]]дың ноябрь уртаһынан Чайковский бер ай Флоренцияла банкир Оппенгейм виллаһынан алыҫ түгел йәшәй, унда шул ваҡытта Н. Ф. фон Мекк та йәшәй. Һуңынан ике аҙнаға Парижға, ә 30 декабрҙә Кларанға китә, унда март айына тиклем «''Орлеанская дева''» өҫтөндә эшләй.
 
== Иҫкәрмәләр ==