Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
106 юл:
Чайковскийҙың диплом эше булып Фридрих Шиллерҙың руссаға тәржемә ителгән шул уҡ исемле «''К радости''» кантатаһы тора, ул 1865 йылдың 29 декабрендә (1866 йылдың 10 ғинуары) башҡарыла{{sfn|Вайдман, Давыдова, Соколинская|1978|с=20}}. Композитор кантата премьераһында булмай, ул Петербург музыканттарына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай — Антон Рубинштейн сырайын һыта, Серов күпте өмөт иткәнен әйтә, йәш тәнҡитсе Цезарь Кюи «Чайковский бөтөнләй йомшаҡ», «уның һәләте бер ҡайҙа ла консерватория бығауҙарын йырып алып китмәгән» тип иғлан итә, — бер Ларош ҡына был әҫәрҙә Чайковскийҙың ижади мөмкинселектәрен күреп, кантатанан таң ҡала{{sfn|Берберова|1997|c=69—70}}. Шул уҡ йылдың 12 ғинуарында (31 декабрҙә) ул Петербург консерваторияһының курсын ҙур көмөш миҙал менән тамамлай (шул ваҡыттағы юғары награда менән). Консерваторияны «ирекле ижадсы» званиеһында тамамлауы тураһындағы дипломды Чайковский тик [[1870 йыл]]дың 11 апрелендә (30 мартта), консерватория тураһында ҡағиҙә раҫланғандан һуң ала.
 
 
==== Педагогик эшмәкәрлеге ====
П. И. Чайковский — Мәскәү консерваторияһында композиция класы буйынса беренсе профессор. 1870 йылдар башына Чайковский консерватория уҡыу процессын ойоштороу, уҡыу программаларын әҙерләү буйынса әүҙем эшләй. Профессорҙар советында тора. Уҡытыу-методик әҙәбиәттең етешмәүе Чайковскийҙы сит ил музыка белгестәренең һәм теоретиктарының хеҙмәттәрен тәржемәләү эшенә, шулай уҡ үҙенең әсбаптарын яҙыуға этәрә<ref>{{sfn0|Руководство к инструментовке|1866}}.<br>{{sfn0|Жизненные правила и советы|1869}}.<br>{{sfn0|Музыкальный катехизис|1870}}</ref>. Профессор Чайковскийҙың емешле хеҙмәте замандаштары тарафынан юғары баһалана, әммә аҡса яғынан уның баһаһы кәм була. Консерваторияла эшләүенең аҙағында йыллыҡ хеҙмәт хаҡы 1200 һумдан 2700 һумға арта
 
=== Мәскәүҙә (1866—1878) ===