Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
112 юл:
 
[[1868 йыл]]да матбуғатта тәүге тапҡыр музыка тәнҡитсеһе булып сығыш яһай һәм Петербург композиторҙары төркөмө ― «Бөйөк бишәүҙең» ағзалары менән таныша. Ижади ҡараштарҙың төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, улар араһында яҡшы мөнәсәбәттәр була. Чайковскийҙың программалы музыкаға ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә. «Бөйөк бишәүҙең» башлығы [[Балакирев, Милий Алексеевич|Милий Балакирев]] кәңәше буйынса ул Шекспирҙың «Ромео и Джульетта» трагедияһы буйынса «Ромео и Джульетта» (1869) увертюра-фантазияһын яҙа, ә тәнҡитсе [[Стасов, Владимир Васильевич|В. В. Стасов]] уға «Буря» (1873) симфоник фантазияһының идеяһын әйтеп ебәрә. Май аҙағында, консерваторияла уҡыу йылы тамаланғандан һуң, профессор Чайковский үҙенең уҡыусыһы Владимир Шиловский саҡырыуына һәм аҡсаһына уның менән бер аҙнаға [[Берлин]]ға, ә аҙаҡ биш аҙнаға [[Париж]]ға бара. Шул уҡ йылда Чайковский [[Арто, Дезире|Дезире Арто]] менән таныша{{переход|#Дезире Арто|blue}}.
 
[[1870 йыл]]дың майында Чайковский һәм Шиловский бер нисә көн Парижда үткәрәләр, ә һуңынан [[Германия]]ға Мангеймда [[Людвиг ван Бетховен]]дың 100- йыллығына арналған музыка фестиваленә баралар. Йәй аҙағын улар Швейцарияла Интерлакенда үткәрәләр, унда композитор «''Ромео и Джульета''» увертюраһының икенсе редакцияһы өҫтөндә эшләй. [[1871 йыл]]дың декабрендә Шиловский Петр Ильичты тағ сит илгә саҡыра<ref group="*">10 мая 1879 г., в связи с осложнением отношений между ними, Чайковский писал Шиловскому по поводу 7550 рублей серебром, потраченных учеником на учителя (в том числе на поездку в 1871 г.): «''Это и много и мало. Много, — с точки зрения абсолютной ценности денег…, мало, — если вспомнить, что ты богатый меценат, а я бедный артист''…».</ref>. Улар [[Ницца]], [[Генуя]], [[Венеция]]ға бара һәм [[Вена]] аша Рәсәйгә әйләнеп ҡайта. Ниццала Чайковский Шиловскийға бағышлап, фортепиано өсөн ике пьеса — «''Ноктюрн''» һәм «''Юмореска''» яҙа<ref>{{cite web|url= http://www.tambovlib.ru/?view=conferenc.2010.chaikovskij_tambkraj.belkin|title=
П. И. Чайковский и семья Шиловских}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==