Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
104 юл:
Уның консерватория әҫәрҙәре араһында — [[Александр Николаевич Островский|Александр Островскийҙың]] шул уҡ исемле пьесаһы буйынса «''[[Гроза (Чайковский)|Гроза]]''» увертюраһы һәм «''[[Воевода (опера)|Воевода]]''» операһына ингән симфоник оркестр өсөн «''Характерные танцы''» («''Танцы сенных девушек''») бар. «''Характерные танцы''» тәүге тапҡыр [[1865 йыл]]дың 30 авгусында Иоганн Штраус етәкселеге аҫтында Санкт-Петербургтағы Павловсктың концерт залында башҡарыла — был Чайковский музыкаһының беренсе асыҡ башҡарылыуы була. Һуңынан ул үҙе Михаил һарайында консерватория оркестры ярҙамында ''F-dur увертюраһы'' менән дирижерлыҡ итә{{sfn|Берберова|1997|с=65}}.
 
Чайковскийҙың диплом эше булып Фридрих Шиллерҙың руссаға тәржемә ителгән шул уҡ исемле «''К радости''» кантатаһы тора, ул 1865 йылдың 29 декабрендә (1866 йылдың 10 ғинуары) башҡарыла{{sfn|Вайдман, Давыдова, Соколинская|1978|с=20}}. Композитор кантата премьераһында булмай, ул Петербург музыканттарына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай — Антон Рубинштейн сырайын һыта, Серов күпте өмөт иткәнен әйтә, йәш тәнҡитсе Цезарь Кюи «Чайковский бөтөнләй йомшаҡ», «уның һәләте бер ҡайҙа ла консерватория бығауҙарын йырып алып китмәгән» тип иғлан итә, — бер Ларош ҡына был әҫәрҙә Чайковскийҙың ижади мөмкинселектәрен күреп, кантатанан таң ҡала{{sfn|Берберова|1997|c=69—70}}. Шул уҡ йылдың 12 ғинуарында (31декабрҙә) ул Петербург консерваторияһының курсын ҙур көмөш миҙал менән тамамлай (шул ваҡыттағы юғары награда менән). Консерваторияны «ирекле ижадсы» званиеһында тамамлауы тураһындағы дипломды Чайковский тик [[1870 йыл]]дың 11 апрелендә (30 мартта), консерватория тураһында ҡағиҙә раҫланғандан һуң ала:.
=== Мәскәүҙә (1866—1878) ===
[[Файл:Pyotr Tchaikovsky с. 1870.jpg|right|thumb|190px|<center><small>П. Чайковский, 1860-сы йылдар аҙағы.</small></center>]]
Антон Рубинштейн кәңәше буйынса Санкт-Петербургҡа яңы кадрҙар өсөн килгән ҡустыһы Николай Рубинштейн Чайковскийға Рус музыка йәмғиәтенең Мәскәү бүлегендәге Музыка кластарында ирекле әҫәр, гармония, музыка теорияһы һәм оркестровкалау кластарында профессор урынын тәҡдим итә<ref>{{cite web|url= http://www.mosconsv.ru/ru/person.aspx?id=122234|title= Педагогическая деятельность}}</ref>. Консерваторияны тамамлағандан һуң, 1866 йылдың 17 ғинуарында Чайковский Санкт-Петербургтан Мәскәүгә китә{{sfn|Берберова|1997|с=69}}, унда 25 ғинуарҙа педагогик эшмәкәрлеген башлай{{переход|#Педагогическая деятельность|blue}}.
 
== Иҫкәрмәләр ==