Чайковский Пётр Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
95 юл:
Дәүләт хеҙмәте менән музыка дәрестәре берләштереп алып барыу идеяһы композиторҙың атаһы Илья Петровичҡа ҡарай. Ул йәшерен [[Кюндингер, Рудольф Васильевич|Кюндингер]] менән кәңәшләшергә бара, ул уның улына элек музыка дәрестәре биргән ине, һәм унан улының музыкаға таланты бар микәнен һорай. Быға бындай яуап ала: музыкаль таланты юҡ, музыкаль карьера өсөн ул бармай, башлауы ла һуң — уға тиҙҙән егерме бер йәш{{sfn|Берберова|1997|с=55}}. Баһаламаның шундай булыуына ҡарамаҫтан, Илья Петрович үҙенең улына музыкаға өйрәнеүҙе дауам итергә тәҡдим итә, тегенеһе бына башта едти ҡабул итмәй. Һуңыраҡ Кюндингер үкенеп яҙасаҡ: ''«Әгәр мин шул саҡтағы хоҡуҡ белгесенән кем сығырын белһәм,уның менән дәрестәрҙең көндәлеген алып барыр инем»''{{sfn|Кюндингер|1973}}.
 
[[1861 йыл]]дың сентябрендә Рус музыка йәмғиәтенең Музыка класына уҡырға инә, ул [[1862 йыл]]да Н.А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы итеп үҙгәртелә, унда Пётр Чайковский композиция класында тәүге студенттарҙың береһе булып иҫәпләнә. Консерваторияла уның уҡытыусылары [[Заремба, Николай Иванович|Николай Заремба]] (контрапункт, музыкаль форма) һәм [[Рубинштейн, Антон Григорьевич|Антон Рубинштейн]] (әҫәр һәм инструментовка) була. Бер үк ваҡытта [[Чиарди, Чезаре|Чезаре Чиарди]]ҙа флейтала һәм [[Штиль, Генрих|Генрих Штилдә]] оорганда уйнарға өйрәнә{{sfn|Вайдман, Давыдова, Соколинская|1978|с=20}}. Чайковскийҙың иң билдәле синыфташтары булып [[Кросс, Густав Густавович|Густав Кросс]], [[Фан-Арк, Карл Карлович|Карл Фан-Арк]] һәм [[Рихард Метцдорф]] тора<ref>{{sfn0|Модест Чайковский. Т. 1|1997|с=168—169}}</ref>. [[1863 йыл]]ға тиклем Чайковский музыка дәрестәрен чиновник эше менән аралаштыра, аҙаҡ Антон Рубинштейн ныҡышыуы буйынса хеҙмәтен ҡалдыра, азатлыҡ, уның артынан килгән ярлылыҡ, шулай уҡ үҙенең һис шикһеҙ танылыуына ышаныс алып, бөтөнләйе менән музыкаға бирелә. Һуңыраҡ Чайковский министрлыҡтан китеүенә атаһының нисек ҡарауын хәтерләй:
 
{{цитата|Атайымдың минең Юстиция министрлығынан Консерваторияға китеүемә нисек ҡарағанын тәьҫирләнмәйенсә хәтерләй алмайым. Минең хеҙмәт карьераһына өмөт бағлап та, ышаныстарын аҡламағанлыҡтан уға ауыр булһа ла, музыкант булыр өсөн мин үҙ иркем менән фәҡирлектә йәшәүемде күреп ҡайғырһа ла бер ваҡытта ла минең менән ҡәнәғәт түгеллеген бер һүҙ менән дә һиҙҙермәне,тик минең ниәттәрем һәм пландарым тураһында белешеп торҙо һәм дәртләндерҙе. Нисек булыр ине миңә әгәр яҙмыш миңә атай урынына башҡа музыканттарға биргән һымаҡ тиран үҙ һүҙле кешене бирһә}}
102 юл:
1863 йылда Чайковский композитор Александр Серовтың «''[[Юдифь (опера)|Юдифь]]''» операһы премьераһында була. Консерваторияла уны [[Ларош, Герман Августович|Герман Ларош]] — башҡаларҙан алда композиторҙың һәләтенә тейешле баһа биргән буласаҡ күренекле музыка тәнҡитсеһе менән дуҫлыҡ ептәре бәйләй, уның менән ул оҙаҡ сәғәттәр дүрт ҡулда уйнай{{refn|Германа Лароша Антон Рубинштейн хвалил больше, чем Чайковского и даже возлагал на него бо́льшие надежды{{sfn|Берберова|1997|с=62}}.|group=*}}. 1865 йылдың йәйен ул һеңлеһе Александра Ильиничнала Каменкала үткәрә, һуңынан Петербургҡа ҡайта, атаһы һәм ҡустылары менән һаубуллашып, Мәскәүгә киткән Апухтиндың буш фатирына күсә. Яңғыҙлыҡта, фәҡирлектә һәм бурыстарҙа ул йыш ҡына департамент хеҙмәтенә кире ҡайтыу тураһында уйлана{{sfn|Берберова|1997|с=65—66}}.
 
Уның консерватория әҫәрҙәре араһында — [[Островский, Александр Николаевич Островский|Александр Островскийҙың]] шул уҡ исемле пьесаһы буйынса «''[[Гроза (Чайковский)|Гроза]]''» увертюраһы һәм «''[[Воевода (опера)|Воевода]]''» операһына ингән симфоник оркестр өсөн «''Характерные танцы''» («''Танцы сенных девушек''») бар. «''Характерные танцы''» тәүге тапҡыр [[1865 йыл]]дың 30 авгусында Иоганн Штраус етәкселеге аҫтында [[Павловск (Санкт-Петербург)|Петербургтағы Павловсктың]] концерт залында башҡарыла — был Чайковский музыкаһының беренсе асыҡ башҡарылыуы була. Һуңынан ул үҙе Михаил һарайында консерватория оркестры ярҙамында ''Увертюрой F-dur'' әҫәре менән дирижерлыҡ итә{{sfn|Берберова|1997|с=65}}.
 
== Иҫкәрмәләр ==